ГОБЕЛЕН (фр. gobelin), ҡулдан һуғылған балаҫ-картина. Атамаһы буяусы  Гобелендар (15 б.) фамилияһынан. Традицион рәүештә Көнб. Европа классик Г. туҡыу оҫтаһы тарафынан рәссамдың төҫлө ҡатырғаһы б‑са ебәк һәм йөн ептәрҙән, нығытыусы арҡаулыҡ ептәр файҙаланып (туҡымала аралыҡ ҡалдырмай), горизонталь йәки вертикаль станокта ҡулдан шыма туҡыу техникаһында туҡылған. Хәҙ. сәнғәт практикаһында Г. рәссамдың үҙ эскиздары б‑са эшләнгән туҡыма миниатюраны һәм туҡылмай үрелгән Г. индерәләр. Туҡыма миниатюрала ҡатнаш техника ҡулланыла: шыма, тығыҙ үреү м‑н бергә төп ептәрҙе бушатыу, төрлө төйөндәрҙе рельефлы биҙәү алымдары һ.б. файҙаланыла. Һөҙөмтәлә Г. туҡымаһы арҡауҙа шыуғалаҡҡа әйләнә һәм, ул һүтелмәһен өсөн, туҡыма миниатюраны рамға ҡуялар. Туҡылмай үрелгән Г. арҡау еп файҙаланмайынса, энә м‑н тишеп туҡыу техникаһында (бәйләмгә яҡын) башҡарыла һәм туҡылған Г. өҫкө фактураһы м‑н визуаль айырыла. Башҡортостанда классик Г. сәнғәте 20 б. 70‑се йй. аҙ. — 80‑се йй. башында үҫешә башлай һәм ул нәфис текстиль сәнғәтенеңбашҡа төрҙәрендә лә эшләгән Л.И.Хәбибрахманова исеме м‑н бәйле [“Бала саҡ”, 1980; “Яңы көн башлана”, 1982; “Ҡояшлы ел (Кеше. Ер. Йыһан)”, 1992].

Уның ҙур форматлы әҫәрҙәрендә һынлы пластик образға декоратив баҫым яһала, колористик сиселеше төҫ нескәлектәре м‑н байытылған төп төҫтәрҙе ҡапма-ҡаршы ҡуйып сағыштырыу принцибына ҡорола; композиция һәр саҡ симметрик һәм горизонталь һыҙат б‑са үҫешә; киңлек шартлыса хәл ителә. Ваҡыт үтеү м‑н, эре форматлы, ирекле һалынып торған классик Г. үҙенең ғәҙәттәге ҡулланылышын һәм эстетик әһәмиәтен юғалта, интерьерҙа өҫтөнлөк итеүҙән туҡтай һәм 80‑се йй. аҙ. үҙ урынын туҡыма миниатюраға бирә. Республикала туҡыма миниатюраның барлыҡҡа килеүе Л.М.Стратонова исеме м‑н бәйле. Уның әҫәрҙәренә нәфис төҫтәр гаммаһы һәм рельефы б‑са сағыу фактура хас: “Үләндәр көйө” (1993), “Уйынсыҡ” (1996), “Ағиҙел өҫтөндә аҡ ҡала” (1999—2002) триптихтары. Шулай уҡ ҡулдан шыма туҡыу техникаһында (“Йәйләүҙә яҙ”, 2003) эшләгән Г.И.Исмәғилева (“Мөхәббәт” триптихы, 2001) Стратонованың эшен дауам итә. Әҫәрҙәрендә ул традицион башҡ. орнаменты биҙәктәренең мәғәнәһен асыуға мөрәжәғәт итә. Туҡылмай үрелгән Г. башлыса К.М.Мурадов һәм Г.Т.Мөхәмәтйәрова эштәрендә күрһәтелгән, улар Г. айырмалы үҙенсәлеген – өҫкө визуаль шыуғалаҡ рельефын һәм йөнтәҫ фактураһын асыҡ сағылдыра. Мурадовтың монументаль абстракт һәм тематик композициялары Башҡортостандың бер нисә йәмәғәт бинаһы интерьерын биҙәй: Химиктар мәҙәниәт һарайында “Йыл миҙгелдәре” (1988) һәм “УРАЛСИБ” банкыһының ултырыштар залында “Ата-бабайҙар тауышы” (1996) шаршауҙары һ.б. Уның әҫәрҙәренә үҙгәреүсән ритм, төҫтәр ҡапма-ҡаршылығы, тон нескәлеге, иләнгән еп, кейеҙ, киндер һәм яһалма сүс файҙаланыуға ҡоролған “фактуралар уйыны” хас: “Төнгө ағым” (1996), “Адреналин” (2000), “Шәмәхә гөлләмә” (2002). Мөхәмәтйәрованың әҫ. колорит башҡаса хәл ителә — улар тондар гармонияһы м‑н айырыла. Уның Г. образлы-тематик эстәлеге, кейеҙ баҫыу  техникаһында (ҡара: Нәфис кейеҙ сәнғәте) башҡарылған панноларҙыҡы кеүек үк, — башҡ. тамғаларына һәм орнаментына аңлатма биреү: “Ҡурғандар һаҡлаусы” (2000), “Тамға” (2003). Г. — хәҙ. биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең перспектив йүнәлештәренең береһе.

Әҙәб.: Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: каталог 1‑й респ. выставки/ авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1997; Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 2‑й респ. выст. /авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2002.

  С.В.Игнатенко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика