ГЛУШАРИН Иларий Казимирович (25.1.1895, Польша батшалығының Слупцы ҡ. – 22.8.1963, Өфө), актёр, режиссёр. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1945). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1937). 1916 й. алып — Мәскәүҙең төрлө драма коллективтары, 1918—36 йй. Белоруссия, Рәсәй, Украина һ.б. театрҙарының актёры, режиссёры. 1938 й. — Йәш тамашасы театры, 1942—44 йй. Урыҫ драма театрының (Өфө) Бәләбәй филиалы художество етәксеһе. 1936—38 йй. һәм 1944—61 йй. Респ. урыҫ драма театры актёры, режиссёры. 1946—52 йй. Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе.

Күп яҡлы талантлы актёр. Үҙен бигерәк тә “социаль герой” амплуаһында ышандырырлыҡ итеп асыуға өлгәшә: Артур Риварес (Э.Л.Войничтың “Күгәүен” —  “Овод” романы б‑са С.Прокофьевтың ш. уҡ исемле әҫ.), Платон Кречет (А.Е.Корнейчуктың ш. уҡ исемле драмаһы), Незнамов (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” — “Без вины виноватые”, А.Н.Островский). Г. күренекле ролдәре – Сирано (“Сирано де Бержерак”, Э.Ростан), Борис Годунов (“Иоанн Грозный үлеме” — “Смерть Иоанна Грозного”, А.К.Толстой), Нинкович (“Министер ханым” — “Госпожа министерша”, Б.Нушич). Г. режиссёрлыҡ ижады үҙенсәлекле, художество концепцияһы йәһәтенән уйланылған, жанр һәм стиле аныҡ билдәле булыуы м-н айырылып тора. Урыҫ драма театрында ҡуйған К.М.Симоновтың “Урыҫ мәсьәләһе” (“Русский вопрос”; 1947), У.Шекспирҙың “Буштан-бушҡа тауыш ҡуптарыу” (“Много шума из ничего”; 1950), “Машенька” (1951); Йәш тамашасы театрында И.В.Штоктың “5-се йорт” (“Дом №5”), В.П.Катаевтың “Яңғыҙ елкән күренә ағарып” (“Белеет парус одинокий”; 1939) һ.б. спектаклдәре тәнҡитселәр тарафынан юғары баһалана һәм тамашасылар һөйөүен яулай. “Был шулай булды” (“Это было так”), “Кем ғәйепле” (“Кто виноват”), “Йәшәү хаҡына” (“Во имя жизни”) пьесалары авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м-н бүләкләнгән (1955).

Әҙәб.: Волков-Кривуша С. Русский театр драмы в Уфе: ист. очерк. Уфа, 1959.

И.А.Бондарева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика