ҒИРФАТУЛЛИН Урал Рәхмәтулла улы (27.7.1956, Өфө), театр һәм йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың (2006) һәм ТР‑ҙың (2001) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1984). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1979; П.Р.Мельниченко курсы) Респ. урыҫ драма театры актёры, 1987 й. алып постановка бүлеге мөдире, 1989 й. — Йәш тамашасы театрының художество-постановка бүлеге мөдире, 1991 й. — дир. урынбаҫары, 1993 й. — БДОБТ дир. урынбаҫары, 1994 й. — “Нур” Өфө татар театры дир., бер үк ваҡытта 2004—09 йй. ӨДСА‑ла уҡыта.

Ғ. етәкселек иткән осорҙа “Нур” театры бинаһы төҙөлә; театр өсөн Сәнғәт академияһында, Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт ун‑тында 4 махсус сығарылыш әҙерләнә.

Г.Х.Усманова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика