ҒИЛӘЖЕВ Мөфтәдин Мәғәүи улы (1.7.1938, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Түб. Аташ а.), йырҙар авторы. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984), БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1993). Мәскәү халыҡ сәнғәт ун‑тын тамамлаған (1964). 1958 й. алып — Кушнаренко, 1966 й. башлап — Саҡмағош, 1975 й. Илеш район мәҙәниәт йорттарының баянсы‑аккомпаниаторы, 1976— 99 йй. Дүртөйлө ҡ. Мәҙәниәт һәм техника һарайының художество етәксеһе. Моңлолоғо, аһәңлелеге м‑н айырылып торған 400‑ҙән ашыу йыр, романс авторы: В.С.Ҡазыханов һүҙҙәренә “Сарманай”, Р.Ф.Мифтахов һүҙҙәренә “Һағындыра тыуған яҡ”, Р.М.Миңнуллин һүҙҙәренә “Әрем еҫе, әрем тәме”, үҙенең һүҙҙәренә “Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем”, “Минең ҡәҙерлеләрем” һ.б. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Кишинёв, 1987).

 Х е ҙ м.: Сарманай: йырҙар. Өфө, 1993; Күңелем моңдары: иҫтәлектәр, йырҙар, шиғырҙар. Өфө, 2007; Әлдә дуслар бар әле: җырлар. Уфа, 1993.

Әҙәб.: М и ф т а х о в Р.Ф. Йөрәктә ҡанатланған йырҙар //Һоҡланһын бар донъя. Өфө, 1999; С а л и м о в А.С. Композитор Муфтадин Гилязев //На земле Дюртюлинской. М., 1994.

А.Х.Лоҡманов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика