АЙСЫУАҠ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Көйөргәҙе а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 4 км һәм Ермолаевка т. юл ст. К. табан 1,5 км алыҫлыҡта Оло Юшатыр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1989 й. — 1221 кеше; 2002 — 1224; 2010 — 1123 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға 1986 й. Күмертау р‑нының Ермолаевка ҡасабаһы бүленгән ваҡытта нигеҙ һалына.

А.М.Нәсибуллина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке