ҒИЛӘЖЕВ Азамат Лоҡман‑Хәким улы (1.4.1956, Өфө), сценограф. БР- ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1995). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1985). Х.Ғиләжевтең улы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1980; педагогы М.Н. Арыҫланов). 1984 й. СССР‑ҙың Бәләкәй театрында (Мәскәү; етәксеһе — баш рәссам Е.И.Куманьков), 1986 й. Ленин комсомолы ис. Мәскәү театрында (етәксеһе — баш рәссам О.А.Шейнцис) стажировка үтә. 1980 й., 1982— 89 йй. Респ. урыҫ драма театры (Өфө), 1990—94 йй. БАДТ рәссамы, 1995— 2008 йй. Стәрлетамаҡ башҡ. драма театрының баш рәссамы, 2009 й. алып Өфө “Нур” татар театрының ҡуйыусы рәссамы. Ғ. эштәренә образлылыҡ, сағыу төҫтәргә баҫым яһалған шартлы, ыҡсым конструкциялар ҡулланыу хас. Уның тарафынан Урыҫ драма театрында И.М. Дворецкийҙың “Колыма” (1988), Б.Л. Васильевтың “Завтра была война” (“Иртәгә һуғыш ине”; 1987) повесы б‑са ш. уҡ исемле спектакль; Башҡорт драма театрында Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Һәҙиә” (1991), Ф.М.Бүләковтың “Талаҡ, талаҡ!..” (1992); Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында Б.Р.Гавриловтың “Ҡабул ит уларҙы, Шамбала!” (1992), Бүләковтың “Онотолған доға” (1994), Т. Уильямстың “Роза тамғаһы” (1999; бөтәһе лә — реж. Г.М.Ильясова ҡуйыуында) һ.б. спектаклдәр биҙәлгән.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Т.Х.Ишкинин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика