ИСЛАМҒӘЛИЕВ Ринат Ҡаҙыхан улы (3.3.1958, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2000), проф. (2014). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Өфө коммутация аппараттары з‑дының “Меркурий” махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһында эшләй. 1984 й. алып Украина ССР‑ы ФА‑ның Материалдарҙы өйрәнеү ғилеме проблемалары ин‑тында (Киев), 1988 й. — Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында; 1993—99 йй. һәм 2002 й. башлап ӨДАТУ‑ла, бер үк ваҡытта Перспективалы материалдар физикаһы ин‑тында (2008 й. алып дир. урынбаҫары), 1999—2008 йй. Механика ин‑тында. 1997 й. башлап Һиндостан фәндәр ин‑тында (Бангалор ҡ.), 2000 й. — Дрезден техник ун‑тында (Германия), 2001 й. — Калифорния ун‑тында (Дэвис ҡ.) һәм Миссури ун‑тында (Ролла ҡ., икеһе лә — АҠШ). Фәнни эшмәкәрлеге интенсив пластик деформация ысулдары м‑н алынған күләмле наноструктур материалдарҙың структураһын һәм механик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы. БР­ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2015).

Х е ҙ м.: Bulk Nanostructured Materials from Severe Plastic Deformation //Progress in Materials Science. 2000. Vol.45. №2 (авторҙ.); High-Strain-Rate Superplasticity from Nanocrystalline Al Alloy 1420 at Low Temperatures //Philosophical Magazine. A. 2001. Vol.81. №1 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.