“ҒИЛМИЯЗА”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1894 й. С.Г.Рыбаков тарафынан Орск өйәҙендә (Рәмиевтәрҙең Солтан приискыһында) йырсы Абдрахман Үҙәнбаевтан яҙып алына һәм “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” китабында баҫтырыла. Йырҙың тарихын һәм һүҙҙәрен 20 б. 20‑се йй. М.А.Буранғолов яҙып ала. Артабанғы яҙмаларҙы А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский, Ғ.З.Сөләймәнов, Ғ.Әмири (1939 й. К.М.Дияровтан), Х.Ф.Әхмәтов эшләй. “Ғ.” 16 б. ижад ителгән (йырҙа Бикбау бей һәм Иҫке бей героиняның замандаштары итеп иҫкә алына), тип фаразлана. Лирик- драматик йыр. Буранғолов фекеренсә, “Ғ.” бөрйәндәр араһында халыҡ йырҙарын башҡарыусы булып танылған Ғилмияза тарафынан сығарыла һәм уның ҡаҙаҡтарҙа әсирлектә булған ваҡыттағы тормошон сағылдыра. Дияров версияһы б‑са, йырҙың авторы бала саҡта юғалып, ят ерҙә үҫкән Нуғай даруғаһының Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ улусы Таһир а. (хәҙ. Баймаҡ р‑ны Үрге Таһир а.) ҡыҙы Ғилмияза була. Йыр ике ҙур һөйләмдән торған һәм 2‑се һөйләме үҙгәртеп ҡабатлауға ҡоролған период формаһында ижад ителгән. Көйгә киң диапазон (яҡынса 2 октава), ҡатмарлы һәм виртуоз орнаментика, юғарыға һәм түбәнгә һикерештәр, мәғәнәле паузалар, төрлө регистрҙарҙың контраслығы хас. Башҡарыусылар араһында Ә.С.Шайморатова, Ф.Ә.Килдейәрова, И.И.Дилмөхәмәтов (инструменталь вариант). Йырҙы Р.Ә.Мортазин тауыш һәм фп. өсөн эшкәрткән. “Ғ.” көйө Ключарёвтың “Тау риүәйәте“ (“Горная быль”) балетында, А.М.Ҡобағошовтың Симфоник поэмаһында файҙаланылған.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974; Б у р а н ғ о л о в М.А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995; Песни моего народа=Халҡым йыры=Songs of my folk. Уфа, 1995.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика