ИОН СУПЕРҮТКӘРГЕСЕ (ҡаты хәлдәге электролиттар), кристаллик хәлдә шыйыҡ электролит кимәлендәге юғары ионлы үткәреүсәнлеккә эйә матдәләр. И.с. иондарҙың хәрәкәтсәнлеге кристаллик рәшәткә эсендә күп буш позициялар булыу м‑н аңлатыла. Катионлы һәм анионлы И.с. (ток йөрөтөүсе булып ярашлы рәүештә анион һәм катион тора), кристал- лик (металл тоҙҙары) һәм аморф И.с. (мәҫ., полимер, быяла) айыралар. И.с. юғары үткәреүсәнлеге уларҙы токтың химик сығанаҡтарында (габарит үлсәмдәрен кәметеү һәм ҡулланыу ваҡытын оҙайтыу өсөн), 100 Ф тиклем һыйҙырышлы миниатюр электр конденсаторҙарында (ионисторҙарҙа), электр концентрация датчиктарында (мәҫ., домна мейестәрендә кислород күләмен билдәләү датчиктары) һ.б. файҙаланырға мөмкинлек бирә. Водородлы (протонлы) һәм кислородлы И.с. яғыулыҡ элементтары мембраналарын эшләү өсөн ҡулланалар. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. башлап И.с. б‑са фундаменталь тикшеренеүҙәр Башҡорт дәүләт университетында Р.Ә.Яҡшыбаев етәкс. алып барыла; ион үткәреүсәнлеге ике үлсәмле характерҙа булған И.с. кристаллик төҙөлөшөнөң үҙенсәлектәре һәм химик бәйләнештәре тикшерелә (Г.Р.Аҡманова, Р.М.Ҡотошова, Р.Ф.Әлмөхәмәтов), дефектлы төҙөлөштөң И.с. ионлы үткәреүсәнлегенә, термо-электр йөрөтөү көсөнә, термодиффузияһына һәм йылы үткәреүсәнлегенә йоғонтоһо тикшерелә (М.Х.Балапанов, И.Г.Ғафуров һ.б.); күсеүсе металдарҙың халькогенидтары нигеҙендәге И.с. торған актив катодлы литийлы аккумуляторҙарҙың (ҡояш элементтары м‑н бергә микроҡеүәтле электронлы ҡорамалдарҙа файҙаланыу өсөн) өлгөләре уйлап табыла (А.Ф.Надеждина); 2006 й. алып И.с. наноүлсәмле эффекттар тикшерелә, баҡыр халькогенидтары нигеҙендә наноструктураланған күләмле И.с. алына, наноүлсәмле хәлгә күскән ваҡытта йылы үткәреүсәнлектең ҡырҡа кәмеүе һ.б. эффекттар асыла (Р.Х.Ишембәтов, Ю.Х.Юлаева). 90‑сы йй. башлап Стәрлетамаҡ педагогия академияһында — И.с. кристаллик төҙөлөшө һәм диффузия механизмдары б‑са (Г.Н.Аҫылғужина, Н.Н.Бикҡолова, З.А.Йәғәфәрова); Органик химия институтында полимер И.с. синтезы б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла, төрлө И.с. ҡулланып яһалған ҙур һыйҙырышлы литийлы миниатюр батарея һәм аккумуляторҙар етештерелә (В.С.Колосницын).

М.Х.Балапанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке