ҒИЛМИПРОИЗВОДСТВО ҮҘӘГЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1984 й. БАССР Мәҙәниәт министрлығы эргәһендә Ҡомартҡыларҙы һаҡлау производство төркөмө булараҡ ойошторола, 1990 й. алып Тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу б‑са Ғ.‑п.ү., 2001 й. — Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы һәм файҙаланыуы баш идаралығы, 2005 й. — БР‑ҙың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу б‑са Ғ.‑п.ү. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үткәреү; фәнни, туристик‑экскурсия, нәшриәт, мәғлүмәт һәм реклама. Археология, тарихи‑архитектура һ.б. бүлектәре; архивы (мәҙәни мираҫ объекттары документтары һәм фотографиялары, археологик табылдыҡтар), китапханаһы бар.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Ә.Ф.Ҡоҙабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика