ҒИЛӘЖЕВ Ғабдулла Ғабдрахман улы [1.2.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡаңны‑Төркәй а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 7.1.1997, Өфө], актёр, режиссёр, педагог. РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1973). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1952). Х.Ғиләжевтең ҡустыһы. Башҡ. театр-художество уч‑щеһын (1948; В.Ғ.Ғәлимов, Р.Фәйзи курсы), ГИТИС‑ты (1959; М.О.Кнобель, А.Д.Попов курсы) тамамлаған. 1948 й. — Йомағужа, 1949 й. — Баймаҡ (ҡара: Сибай башҡорт драма театры), 1950 й. Ауырғазы (ҡара: Салауат башҡорт драма театры) колхоз‑совхоз театрҙары актёры, 1951—54 йй. БАДТ актёры, 1959 й. башлап режиссёры һәм дир., 1964 й. алып БАССР-ҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары, 1967— 83 йй. Респ. урыҫ драма театрының баш режиссёры, бер үк ваҡытта 1960— 63 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1968— 97 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта. Башҡортостандың театр сәнғәтенә ҙур өлөш индерә. Актёрлыҡ эштәренә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан йәш кеше шәхесенең формалашыу темаһы хас була. Төп ролдәре: Ҡарауылсы (“Еҙнәкәй”, Х.К.Ибраһимов; дебют, 1948), Шәрәф (“Аҫылйәр”, М.Фәйзи), Салауат Юлаев (Я.В. Апушкиндың ш. уҡ исемле драмаһы), Ғайса (“Зимагорҙар”, С.М.Мифтахов), Хәйҙәр (“Яңғыҙ ҡайын”, М.Кәрим). Режиссёр булараҡ тәүге тапҡыр 1958 й. БАДТ сәхнәһендә И.Ә.Абдуллин һәм Ш.Ғ.Насиров драмаһы б‑са ҡуйылған “Генерал Шайморатов” спектакле м‑н сығыш яһай. Урыҫ драма театрында 50‑нән ашыу спектакль ҡуя, улар араһында урыҫ театры мәктәбе традицияларында эшләнгән А.Н.Островскийҙың “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” (“Без вины виноватые”) һәм “Ярлылыҡ оят түгел” (“Бедность не порок”), А.К.Толстойҙың “Батша Фёдор Иоаннович” (“Царь Фёдор Иоаннович”) спектаклдәре, Л.Н.Толстойҙың “Яңынан терелеү” (“Воскресение”) романы б‑са ш. уҡ исемле спектакль. Йәштәргә йүнәлтелгән А.Н.Арбузовтың “Аяуһыҙ уйындар” (“Жестокие игры”), Н.И. Мирошниченконың “Аҡ ҡошто һаҡлағыҙ” (“Берегите белую птицу”), И.Г. Лазутиндың «“Атаһы” графаһында — һыҙыҡ » («В графе “Отец” — прочерк») спектаклдәрендә заман проблемалары күтәрелә. Урыҫ драма театрында ҡуйылған И.Х.Йомағоловтың “Нәркәс” пьесаһы б‑са “Ҡыуылған ҡыҙ” (“Изгнанная”), М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау” (“Похищение девушки”); БАДТ‑ла Ә.М.Мирзаһитовтың “Бәхтегәрәй” спектаклдәре респ. сәнғәтендә ҙур ваҡиға була. Уҡыусылары араһында Ә.Ә.Абушахманов, В.С.Абросимов, З.С.Вәлитов, В.Ғ.Ҡалмантаева, С. Ҡорбанғәлиева, Р.Р.Нәбиуллин, Р.Н.Хоҙайғолова. Ғ. инициативаһы б‑са Йәш тамашасы театры (ҡара: Милли Йәштәр театры) яңынан ойошторола. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. (1980), Ғ.Сәләм ис. пр. (1976) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән. Исеме Респ. урыҫ драма театрының Камера сәхнәһенә, Сәнғәт академияһының уҡыу театрына бирелгән.

Әҙәб.: Ғабдулла Ғиләжев тураһында иҫтәлектәр= Воспоминания о Габдулле Гилязеве. Уфа, 2001.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика