ҒИЗЗӘТУЛЛИНАВОЛЖСКАЯ (Ғиззәтуллина) Сәхибьямал Ғиззәтулла ҡыҙы (15.5.1892, Ҡазан — 6.4.1974, Чистополь ҡ., Ҡазанда ерләнгән), актриса, режиссёр. ТАССР-ҙың атҡ. артисы (1966). 1907 й. алып И.Ашҡаҙарскийҙың “Фажиғә вә мөсәккин исламия” (“Мосолман драмаһы һәм мелодрамаһы; ҡара: “Сәйяр”) труппаһы актрисаһы. 1912 й. Өфөлә проф. “Нур” театр труппаһын ойоштора. Граждандар һуғышы йылдарында Көнсығыш фронттың 2‑се армияһы эргәһендәге 6‑сы фронт труппаһына етәкселек итә. 20‑се йй. Ижевскиҙа, Ҡазанда һ.б. урындарҙа драма театрҙарында эшләй. Реалистик йүнәлештә эшләгән күренекле актриса. Милли сәхнәлә тәү башлап сит ил классикаһы әҫәрҙәре б‑са ҡуйылған спектаклдәрҙә ролдәр башҡара: Луиза (“Мәкер һәм мөхәббәт” — “Коварство и любовь”, Ф.Шиллер), Трильби (Дж.Дюморьеның “Трильби” романы б‑са Г.Г.Ге яҙған ш. уҡ исемдәге пьеса), Мариана (“Һаран” — “Скупой”, Ж.Б.Мольер). Ул тыуҙырған Шафиҡа (“Ҡыҙғаныс бала”, Н.Кемал; дебют, 1907), Сәрби (“Уйнаш”, Ғ.Камал), Биби (“Бисара Бибийыһан”, З.Сәйетзада), Катерина (“Йәшен” — “Гроза”, А.Н.Островский) образдары аныҡ соц. кәүҙәләнеш м‑н айырыла. Зөбәйҙә (“Йәшә, Зөбәйҙә, мин дә йәшәрмен”, С.Л.Рәмиев), Ғәлиә (“Алдым‑бирҙем”), Фатима (“Мөғәллимә”; икеһе лә — Ғ.Исхаҡи) ролдәре тәрән кисерештәр, нескә лиризм м‑н һуғарылған. 1923 й. Башҡорт драма театры сәхнәһендә сығыш яһай һәм сағыу Зөләйха (“Йософ һәм Зөләйха”, К.Ғ. Тиңсурин) м‑н Сәрби (“Йәш йөрәктәр”, Ф.Бурнаш) образдарын кәүҙәләндерә. Реж. булараҡ героик‑романтик һәм трагик сюжеттарҙы, ҙур, көслө тойғоларҙы сағылдырыуға ынтыла: Ф.Әмирхандың “Йәштәр”, “Тигеҙһеҙҙәр”, Ғ.Исхаҡиҙың “Зөләйха” һ.б. Н.Иҫәнбәттең “Гөльямал” пьесаһы Ғ.-В. тормошона һәм ижадына арналған.

Әҙәб.: С.Гыйззәтуллина‑Волжская турында истәлекләр. Казан, 1982.

  Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика