ГЕСТЕ Василий Иванович [ысын исеме Гесте Вильям; 1753 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1763 йәки 1769), Шотландия — 4.6.1832 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1834), С.‑Петербург], архитектор. 1784 й. алып Рәсәйҙә йәшәй һәм эшләй. 1811—31 йй. үҙәк һәм көньяҡ Рәсәй, Урал һәм Себер ҡалаларын планлаштырыу, яңынан планлаштырыу, реконструкциялау проекттарын төҙөй, уларҙың тормошҡа ашырылыуына етәкселек итә. Г. эшләгән Өфөнөң тәүге ген. планында (1817) терр‑яның геол. төҙөлөшө һәм рельеф үҙенсәлектәре иҫәпкә алынмаған була. Яңы ген. план проектын (1819 й. Александр I раҫлай) Г. классицизм традицияларында (ҡара: Архитектура стилдәре) эшләй, урындың ҡатмарлы рельефын иҫәпкә ала, шуның арҡаһында 19 б. 1‑се ярт. ҡаланың тышҡы күренеше ыҡсымлыҡ һәм төҙөклөк сифаттарына эйә була (ҡара: Архитектура, Ҡала төҙөлөшө). 4‑се дәрәжә Изге Владимир орд. м‑н бүләкләнгән (1809).

Әҙәб.: Кузнецов С.О. Вильям Гесте //Зодчие Санкт-Петербурга. XIX — начало XX века. СПб., 2000.

В.Ф.Сәфәров

Тәрж. Х.Х.Минһажетдинова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика