ГӘРӘЕВ Филүс Фазлиәхмәт улы (24.10.1941, БАССР-ҙың Краснокама р-ны Иҫке Йәнйегет а. – 1.4.1990, Өфө), йырсы (баритон). БАССР-ҙың халыҡ (1987) һәм атҡ. (1978) артисы. Өфө сәнғәт уч-щеһын (1966; Р.Р.Әхмәҙиева класы) тамамлаған. 1964 й. алып Өфөнөң 25-се урта мәктәбендә уҡыта; 1965 й. башлап Башҡ. филармонияһының эстрада солисы, 1986—90 йй. муз.-әҙәби лекторийҙың солист‑вокалисы. Г. тауышы йомшаҡ тембр, башҡарыу алымы баҫалҡылыҡ, күркәмлек м‑н айырылып тора. Репертуарында Н.Ә.Дауытов, З.Ғ.Исмәғилев, Р.Р.Йыһанов, Ш.З.Ҡолбарисов, Р.М.Хәсәнов, Х.Ф.Әхмәтов йырҙары; “Ғайса ахун”, “Ирәндек”, “Ҡара юрға”, “Уйыл”, “Һандуғас” башҡ. халыҡ йырҙары һ.б. Шулай уҡ К.Я.Листов, Б.А.Мокроусов, О.Б.Фельцман һ.б. йырҙарын башҡара. СССР, Венгрия, Польша буйлап гастролдәрҙә була.

В.Х.Әйүпова

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика