ҒӘЛИЕВ Миҙхәт Ғәббәс улы (25.10.1925, Ҡазан — 10.2.2002, Өфө), йырсы (драматик баритон). БАССР‑ҙың халыҡ (1980) һәм атҡ. (1969) артисы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү консерваторияһын (1951; А.И.Батурин класы) тамамлаған. 1952 й. алып — Татар филармонияһының (Ҡазан) Йыр, бейеү һәм музыка ансамбле, 1954 й. башлап — СССР МС‑ы эргәһендәге Бөтә Союз радиоком‑тының Совет йыры ансамбле (Мәскәү), 1955—96 йй. БДОБТ солисы. Матур тембрлы, киң диапазонлы көслө тауышҡа, сағыу актёрлыҡ һәләтенә эйә йырсы иҫтә ҡалырлыҡ ҡатмарлы психологик образдар тыуҙыра. Төп партиялары: Юлай Аҙналин (дебют, 1955) һәм Пугачёв (“Салауат Юлаев”), Ҡотлобай (“Дауыл”), Кенәз Игорь (А.П.Бородиндың ш. уҡ исемле операһы), Риголетто (Дж.Вердиҙың ш. уҡ исемле операһы). Ғ. тыуҙырған комик образдар үткер юмор һәм сағыу үҙенсәлекле булыуы м‑н айырылып тора: Мулла (“Ҡоҙаса” муз. комедияһы, З.Ғ.Исмәғилев), Бартоло (“Севилья цирюльнигы” — “Севильский цирюльник”, Дж.Россини). Сәхи (“Шәүрә”), Ҡаһирбей (“Урал илселәре”) партияларын тәүге башҡарыусы. Йырсының концерт репертуарында башҡ., урыҫ һәм сит ил композиторҙарының әҫәрҙәре. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Р.Р.Әхмәҙиева

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика