ИДАРА ИТЕҮҘЕҢ ИНТЕЛЛЕКТУАЛЬ СИСТЕМАЛАРЫ, билдәһеҙлек шарттарында яһалма интеллект алымдарын һәм сараларын (эксперт системалар, аныҡ булмаған логика, нейрон селтәрҙәре, генетик алгоритмдар һ.б.) файҙаланып, техник объекттар һәм ойоштороу процестары м‑н идара итеү системалары. И.и.и.с. атом энергетикаһында, сәнәғәттең авиация һәм космос, нефть һәм газ, химия һ.б. тармаҡтарында ҡулланыла. 20 б. 90‑сы йй. алып Авиация техник университетында И.и.и.с. алымдары, алгоритмдары һәм программалары уйлап табыла һәм сәнәғәткә индерелә: соц.‑производство-баҙар системалары һәм уҡытыу-ғилми-инновацион комплекстар м‑н И.и.и.с. (Р.Ә.Бәҙәмшин, М.Б.Ғөзәйеров, Б.Ғ.Ильясов, Л.А.Исмәғилева), осоу аппараттарының көс ҡоролмалары һәм тиҙ хәрәкәт итеүсе робот техникаһы комплекстары м‑н И.и.и.с. (В.И.Васильев, С.С.Вәлиев, В.Н.Ефанов, В.Ц.Зориктуев, Ильясов, Ю.С.Кабальнов, Г.Г.Куликов, Р.Ә.Монасипов, А.И.Фрид), киҫкен һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә И.и.и.с. (В.Е.Гвоздев, Н.И.Йосопова, В.Г.Крымский, В.В.Миронов, С.В.Павлов, Л.Р.Черняховская). 1999—2000 йй. Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин‑тының Өфө филиалында ҡарарға килеүгә булышлыҡ итеүҙең нейроселтәрле системалары эшләнә, улар БР‑ҙың һалым хеҙмәте эшендә ҡулланыла (Н.Д.Бублик, С.А.Горбатков). 2000‑се йй. башлап Нефть техник университетында нефтте һәм нефть продукттарын эшкәртеү һәм транспортлауҙың сифаты м‑н күп кимәлле И.и.и.с. төҙөү өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыла (В.А.Буренин, А.П.Верёвкин, И.Р.Кузеев).

Әҙәб.: Нейрокомпьютеры в авиации (самолёты) /С.Н.Баранов [и др.]. М., 2004; Интеллектуальные системы управления /В.И.Васильев [и др.]. М., 2010.

В.И.Васильев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018