ҒӘЙНЕТДИНОВА (Чикреева) Зәйнәб Нуретдин ҡыҙы (16.8.1917, Өфө — 1.3.2007, шунда уҡ), йырсы (лирик-колоратуралы сопрано). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1955). Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһын тамамлағандан һуң (1941; М.В.Владимирова класы) 1967 й. тиклем БДОБТ солисы. 1969—95 йй. Башҡ. ҡурсаҡ театрында эшләй. Ғ. тауышы — йомшаҡ тембр, хәрәкәтсәнлек, башҡарыуы тәьҫирлелек һәм ҙур оҫталыҡ м‑н айырылып тора. Төп партиялары: Таңһылыу (“Аҡбуҙат”; дебют, 1942), Әминә (“Салауат Юлаев”; тәүге башҡарыу), Алтынсәс (Н.Ғ.Йыһановтың ш. уҡ исемле операһы), Ҡарлуғас (Н.К.Чемберджиҙың ш. уҡ исемле операһы), Антонида (“Иван Сусанин”, М.И.Глинка), Кето (“Кето һәм Котэ” — “Кето и Котэ”, В.И. Долидзе), Марфа (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А. Римский-Корсаков). Оперетталарҙа сағыу образдар тыуҙыра: Адель (“Ярғанат” — “Летучая мышь”, И.Штраус), Жанна (“Роз-Мари”, Х.Стотарт һәм Р.Фримль). Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте декадаһында ҡатнаша (1955). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955).

Р.Р.Әхмәҙиева

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика