ҒӘЗИЕВ Иҙрис Мөҙәрис улы (21.4. 1960, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Ҡорманай а.), йырсы (тенор). Сәнғәт ф. канд. (2009). РФ‑тың атҡ. (1999), БР‑ҙың (1993) һәм ТР‑ҙың (2002) халыҡ, БАССР‑ҙың атҡ. (1989) артисы, БР‑ҙың мәғариф алдынғыһы (2000). ӨДСИ‑не (1986; М.Ғ.Мортазина класы), Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙм‑рҙәренең белемен камиллаштырыу ин‑тын (Мәскәү, 1996; Н.И.Кузнецов курсы) тамамлаған. 1986—2010 йй. Башҡ. филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 2001 й. алып ӨДСА‑ла уҡыта. Киң диапазонлы, йылы, яғымлы тембрлы, айырыуса үрге регистрҙа тәьҫирле яңғыраған йомшаҡ тауышҡа эйә. Ғ. башҡарыу сәнғәте юғары вокал техникаһы, сағыу артистизм, дәртлелек м‑н айырылып тора. Йырсының концерт репертуарында сит ил, урыҫ комп. вокаль музыкаһы, башҡ., татар һәм урыҫ авторҙарының әҫәрҙәре. Башҡ. (“Ашҡаҙар”, “Бейеш”, “Ғайса ахун”, “Зөлхизә”, “Һандуғас”, “Эскадрон” һ.б.) һәм татар (“Зөбәржәт”, “Урман”, “Таһир менән Зөһрә”, “Әллүки” һ.б.) халыҡ йырҙарын оҫта интерпретациялай. М.Х.Әхмәтовтың 3‑сө «“Урал батыр” башҡорт эпосын уҡығас» («По прочтении башкирского эпоса “Урал‑батыр”») һәм 4‑се “Реквием— оҙон көй” (“Реквием—узун- кюй”) симфонияларында тенор, С.Ә. Низаметдиновтың “Мөхәббәт йондоҙо” (“Звезда любви”) рок-операһында Егет партияларын, Н.Ә.Дауытов, З.Ғ.Исмәғилев, А.Т.Кәримов, Р.Ғ.Ҡасимов, Низаметдинов, Р.М.Хәсәнов, Д.Д.Хәсәншин һ.б. йырҙарын һәм романстарын тәүге башҡарыусы. Рәсәй һәм сит илдәр (Австрия, Германия, Нидерланд, Финляндия, Франция һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. Екатеринбург ҡ. БР мәҙәниәте көндәрендә (1989), Мәскәүҙә БР көндәрендә (1997), Парижда (2001), Ҡаҙағстанда (Астана, 2004), Австрияла (Баден ҡ., 2005), Белоруссияла (Минск, 2005) Рәсәй көндәрендә ҡатнаша. “Сыңғыҙхан” ижади төркөмө м‑н берлектә Өфөлә, Мәскәүҙә, Истанбулда (Төркиә) күрһәтелгән (1998) “Зәңгәр күктә һабан турғайы” (“Жаворонок в кобальте неба”) художестволы-муз. проекты авторы. Башҡ. ТВ‑нда (Өфө) татар халыҡ йырҙары т‑дағы “Оло юлдың туҙаны” (1998—2000; татарса) тапшырыуҙар циклы, татар ТВ‑нда ТР сәнғәт әһелдәре т‑дағы “Иҙрис Ғәзиев тәҡдим итә” (2001 й. алып; татарса) телевизион муз. фильмдар авторы һәм алып барыусыһы. Ғ.Әлмөхәмәтов ис. Респ. йәш йырсылар конкурсы (Өфө, 1980), “Сочи—84” Бөтә Рәсәй совет йырҙарын башҡарыусылар конкурсы, “Татар йыры” Бөтә Союз конкурсы (Ҡазан, 1989), “Балтика йыры” Халыҡ-ара эстрада йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (Карлсхамн ҡ., Швеция, 1998), “Һандуғас” Төбәк йыр фестивале (Ҡазан, 1999, 2000) һ.б. лауреаты. БР-ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (1998), Ғ.Сәләм ис. пр. (1990) лауреаты.

Әҙәб.: Ф ә т к у л л и н Ф.М. Баш очымда кош сайрады. Уфа, 1999.

 

Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика