ИНӘ ҠОРТ ҺӨТӨ, ашатыусы эшсе ҡорттарҙың өҫкө яңаҡ һәм йотҡолоҡ биҙҙәре секреты. Бер инә көбөнә бал ҡорттары 0,2—0,5 г И.ҡ.һ. һала. Химик составы бал ҡорттары туҡланған һеркәгә бәйле. И.ҡ.һ. ҡоро матдәһендә 10—58% аҡһым, 5—18% май, 5—15% углевод, минераль матдәләр, витаминдар һ.б. биологик актив матдәләр бар. Бал ҡорто ғаиләһенең бөтә зат балағорттары өсөн тәүге 3 тәүлектә аҙыҡ булып хеҙмәт итә, өлкән инә һәм инә балағорттары өсөн берҙән‑бер специфик аҙыҡ булып тора. И.ҡ.һ. м‑н туҡланыу эшсе ҡорттар һәм инә ҡорттоң морфологик айырмалыҡтарын, инә ҡорттоң үрсемлелеген билдәләй. Өлкән инә ҡорт эшсе ҡорттан 2 тапҡырға ауырыраҡ, тәүлегенә 2,5—3,0 мең йомортҡа һала. И.ҡ.һ. медицинала (апилак, витадон һ.б. эшләйҙәр), парфюмерия-косметика сәнәғәтендә ҡулланыла. Башҡортостанда И.ҡ.һ. майҙың 2‑се ярт. алып июнь аҙағына (төп бал йыйыу осороноң башы) тиклем әҙерләйҙәр, миҙгел эсендә бер ғаиләнән яҡынса 100 г алалар. И.ҡ.һ. составын өйрәнеү һәм уны алыу технологияһын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр Аграр университетта, Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәгендә үткәрелә. Шулай уҡ ҡара: Умартасылыҡ.

Әҙәб.: Шакиров Д.Т. Пчеловодство. Уфа, 1993; Гиниятуллин М.Г., Ишемгулов А.М. Комплексное использование пчелиных семей. Уфа, 2001.

М.Ғ.Ғиниәтуллин, И.В.Шафиҡов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.