ИНДУСТРИАЛЬ МАТЕМАТИКА, ғәмәли математиканың сәнәғәт технологияларын эшләгәндә матем. ысулдарын ҡулланыуҙы өйрәнеүсе бүлеге. И.м. бурысы: производство системаларын анализлау һәм тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәле матем. ысулдарын табыу. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. алып И.м. Авиация техник университетында, Башҡорт дәүләт университетында, Математика институтында, Нефтехимия һәм катализ институтында, Нефть техник университетында һ.б. үҫеш ала. И.м. ысулдары нефть табыу мәсьәләләренең математик моделен әҙерләүҙә (Р.Н.Бәхтизин, Р.А.Вәлиуллин, Л.А.Ковалёва, Ф.Л.Сәйәхов), ҡатмарлы химик‑технологик процестарҙы ҡулайлаштырыуҙа (В.Т.Иванов, С.И.Спивак), производствоға идара итеүҙең матем. теорияһы мәсьәләләрен сығарыуҙа (Б.Ғ.Ильясов, Л.А.Исмәғилева, С.Т.Күсемов) һ.б. ҡулланыла.

С.И.Спивак

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018