ИГЛИН ЙӘНЛЕКСЕЛЕК ХУЖАЛЫҒЫ, 1959 й. Иглин р‑ны Оло Теләк а. Оло Теләк йәнлекселек хужалығы булараҡ ойошторола, 1999 й. алып ЯСЙ, 2000 й. — МУАХП, 2002 й. — “Башҡортостан” ҡошсолоҡ ф‑каһының “Иглин” йәнлекселек бүлексәһе, 2004 й. — “И.й.х.” ААЙ, 2010 й. ябыла. Составына көлһыу ҡара төлкө, вуалле аҡ төлкө, шәшке үрсетеү бригадалары, мал аҙығы әҙерләү цехы һ.б. (ҡара: табл.) ингән. 2006 й. 50 кеше эшләгән. Ер майҙаны 16,2 га булған. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

“Иглин йәнлекселек хужалығы” ААЙ‑ның производство күрһәткестәре

 

Шәшкеләр

Төлкөләр

Аҡ төлкөләр

  Баш һаны

 

 

 

     инә йәнлектәр

1680

150

75

     йәш йәнлектәр

9300

675

550

     көсөктәр

5,5

4,5

7,4

  Йәнлектәрҙең именлеге, (%)

93,1

99,4

96,6

  Етештерелгән тире, дана

8800

600

520

 

 

Яндекс.Метрика