ИГЛИНСКАЯ МЕСТНАЯ, болон тимофеевкаһының урындағы селекция сорты. Һабағы цилиндр рәүешендә, бейеклеге 100 см тиклем, ҡыуағы кәүшәк, төҙ. Япраҡлылығы 50%‑ҡа тиклем. Ҡыяҡ япраҡлы. Сәскәлеге — һепертке башаҡ (солтан). Орлоғо ваҡ, оҙонса овал формала. 1000 орлоғоноң ауырлығы 0,4—0,5 г. Һуң өлгөрөүсән, уртаса тармаҡлы сорт, тупраҡтың юғары әселегенә сыҙамлы. Уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 280, бесән — 70, орлоҡ — 6,0; йәшел массала (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 4,2% сей протеин, 9,5% күҙәнәклек бар (Иглин рнының “Ленин юлы” кзы, 1992 й.). БАССР б‑са ҡулланылышҡа 1951 й. индерелгән, төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһында, төньяҡ урман‑дала зонаһында, тау‑урман зонаһында үҫтерелә.

Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018