ИВШИН Аркадий Игнатьевич (24.3.1933, БАССР‑ҙың Дыуан р‑ны Таҙтүбә а. — 29.3.1988, шунда уҡ), хужалыҡ эшмәкәре. БАХИ‑ны тамамлаған (1971). 1953—54 йй. Асҡын МТС‑ында агроном. 1957 й. алып Дыуан р‑нында: ВЛКСМ һәм КПСС‑тың район ком‑ттарында эшләй, 1961—88 йй. “Искра” к‑зы рәйесе. И. етәкс. к‑з үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культураларының уңдырышлылығы 33,9 ц/га тәшкил иткән, һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 2690 кг (1986). БАССР ЮС‑ының 9‑сы саҡырылыш депутаты. Окт. Революцияһы (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976), Халыҡтар дуҫлығы (1981) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Опыт машинного доения коров. Уфа, 1963.

Н.И.Черепанова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке