ИВАНОВ Николай Михайлович [7.12.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Булгаков а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны) — 1.9.1987, ш. уҡ р‑ндың Искин а.], хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1934—83 йй. Өфө р‑нында эшләй: 1946 й. алып А.Д.Цюрупа ис. с‑зда, 1956 й. — “Родина” к‑зында (1956—75 йй. рәйес). И. етәкс. колхоз үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культураларының уңдырышлылығы 22,9 ц/га (1970) тәшкил иткән; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 2754 кг (1974). Ленин (1966), Окт. Революцияһы (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке