ИВАНОВ Василий Николаевич [28.12.1896, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡушйылға а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 20.11.1979, Симферополь ҡ.), агроном. А.х. ф. д‑ры, проф. (икеһе лә — 1951). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлаған (1928). 1926 й. алып Сыуаш АССР‑ының игенселек ХК‑нда эшләй: агроном, 1928—30 йй. баш агроном. 1933 й. башлап Башҡ‑н өлкә химиялаштырыу ст. дир., бер үк ваҡытта БАХИ‑ла уҡыта; 1937—48 йй. Тажик а.х. ин‑тының (Сталинабад) тупраҡ ғилеме һәм игенселек каф. мөдире. 1950—72 йй. М.И.Калинин ис. Ҡырым а.х. ин‑тының (Симферополь) тупраҡ ғилеме каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге тупраҡты өйрәнеүгә һәм Башҡортостан, Ҡырым, Тажикстан шарттарында уларҙың уңдырышлылығын арттырыуға арналған. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (?).

Хеҙм.: Почвы Башкирии и агропочвенные районы. Уфа, 1937.

В.В.Максимов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018