ИБРАҺИМОВ Искәндәр Абдрахман улы (21.11.1925, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Дәүләкән ҡсб, хәҙ. Дәүләкән ҡ., — 25.6.2001, Өфө), урмансы. Биол. ф. канд. (1965). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1973), БАССР‑ҙың атҡ. урмансыһы (1982). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ-ны тамамлаған (1953), 1956 й. алып шунда уҡ эшләй, 1960—87 йй. Башҡ‑н Урман тәжрибә ст. (1962 й. башлап дир.). Фәнни тикшеренеүҙәре урман культураларын ауырыуҙарҙан һаҡлау мәсьәләләренә арналған. И. ҡатнашлығында ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарына ҡаршы көрәшеү өсөн биологик препараттар, питомниктарҙа ылыҫлы ағастарҙың үҫентеләрен йығылыуҙан һаҡлау сараларының зонаға ярашлы системалары эшләнә. 69 фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.