ЗЫКИН Владимир Александрович (15.2.1935, Бөрө ҡ.), агроном. Рәсәй а.х. фәндәре акад. академигы (1989). А.х. ф. д‑ры (1989), проф. (1991). РФтың атҡ. фән эшмәкәре (1997). Пермь а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) Ҡаҙаҡ ССР‑ында эшләй. 1963 й. алып Бөтә Рәсәй (Бөтә Союз) үҫемлекселек ҒТИ‑ның (Ленинград) Ҡаҙағстан терәк пункты мөдире. 1968 й. башлап Себер а.х. ҒТИ‑нда (Омск ҡ.): өлкән ғилми хеҙм‑р, 1972 й. алып лаб. мөдире, 2004 й. — баш ғилми хеҙм‑р. 2008 й. алып “Кургансемена” ЯАЙ‑нда баш ғилми хеҙм‑р. 2009— 12 йй. БДАУ-ҙа уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре бойҙай селекцияһына, орлоҡсолоғона һәм агротехникаһына арналған. З. тарафынан йомшаҡ яҙғы бойҙайҙың Ватан, Геракл, Омская 35, Салават Юлаев һ.б. сорттары сығарыла. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 33 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Программа работы Западно-Сибирского селекцентра до 2000 года: Принципы и методы создания новых сортов зерновых, зернобобовых, кормовых культур и картофеля. Омск, 1998 (авторҙ.); Экология пшеницы. Омск, 2000 (авторҙ.); Гибридизация — основа рекомбинационной селекции растений. Уфа, 2001 (авторҙ.).

И.П.Леонтьев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика