АЙРАН, башҡорт аш‑һыуында һыуһын ҡандырыусы традицион эсемлек. Һыу ҡушылған әсе ҡатыҡтан ғибәрәт. Башҡортостандың көнбайышында, көньяғында һәм көнсығышында май бешкәндә айырылып сыҡҡан әскелтем шыйыҡлыҡты ла А. (май айраны) тип йөрөтәләр. Күп кенә төрки халыҡтарҙың аш‑һыуында, ш. уҡ мариҙарҙа, мордваларҙа һ.б. таралған.

С.Н.Шитова

Тәрж. Р.С.Мифтахетдинова

Текст на русском языке