ЗИННӘТУЛЛИН Рифғәт Зиннәтулла улы [15.12.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Татар Мәнәүезе а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 15.11.2005, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1945 й. алып Илеш р‑нында эшләй: 1955 й. башлап Егерме икенсе партсъезд ис. к‑здың һарыҡсылыҡ фермаһы мөдире, 1957—88 йй. комплекслы бригада бригадиры. З. етәкс. бригада үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культуралары уңдырышлылығы 23 ц/га тәшкил итә (1965). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Әҙәб.: Козлов А. Короток зимний день //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика