ДЕГТЯРЬ Николай Иванович (27.12.1916, Полтава губ. Шевченко а. — 3.8.1986, Октябрьский ҡ., Украина ССР‑ы Котельва ҡсб ерләнгән), лётчик, гвардия полковнигы. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чугуев хәрби авиация уч‑щеһын (1938), офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын (1947) тамамлаған. 1936 й. алып Совет Армияһында. 1938 й. башлап Чугуев хәрби уч‑щеһының лётчик‑инструкторы. 1942 й. окт. алып Көньяҡ-Көнбайыш, 3‑сө һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се һауа армияһы 5‑се гвардия штурм авиация див. 95‑се гвардия штурм авиация полкының эскадрилья ком. гвардия майоры Д. 130 хәрби осошта (1945 й. апр. уртаһына ҡарата) күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1956) Октябрьский ҡ. эшләй: Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга‑Урал филиалы дир. урынбаҫары, 1973—84 йй. аэропорт начальнигы. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943 й. ғин. һәм марты, ?), Александр Невский (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.