ЗИМИН Александр Фёдорович [15.10.1937, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Дмитриевка а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны)], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тын (Мәскәү, 1965) тамамлаған. 1962 й. алып СССР ФА БФ‑ның Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә, 1963 й. — ӨДНТУ‑ла, 2000 й. — Мәскәү коммерция ун‑тының Өфө ин‑тында (иҡт. фәндәр каф. мөдире), 2002 й. башлап Һамар тимер юл ун‑тының Өфө ин‑тында (филиалында) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре төп етештереү фондтарын һәм капитал ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, пр‑тиелар эшмәкәрлегенең сифат күрһәткестәре м‑н идара итеүгә арналған. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Әҙәб.: Стимулирование высокоэффективного труда на предприятиях. Уфа, 2003; Социально-экономические аспекты управления на железнодорожном транспорте. Самара, 2005 (авторҙ); Построение эффективной системы оценки качества и конкурентоспособности. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика