ДАНИЛКО Елена Сергеевна (31.5.1970, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Баҡса а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1995). 1992 й. алып ТТӘИ‑лә, 1993 й. — Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә эшләй. 2002 й. башлап РФА‑ның Этнология һәм антропология ин‑тында (Мәскәү): 2007 й. алып төп ғилми хеҙм‑р, 2008 й. — этнографик ғилми‑белем биреү үҙәге мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре Урал-Волга буйы халыҡтары этнографияһына, старообрядсылыҡҡа, визуаль антропологияға арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт, 10‑ға яҡын этнографик фильм [“Башҡорт атының ҡымыҙы” (“Кумыс из башкирской лошади”; 2003), “Учук” (2005), “Ете утлы уҡ” (“Семиогненная стрела”; 2009) һ.б.] авторы.

Хеҙм.: Старообрядчество на Южном Урале: очерки истории и традиционной культуры. Уфа, 2002.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018