ЗӘЙНӘҒӘБДИНОВ Сәлих Насретдин улы (15.8.1931, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Әлмәкәй утары), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1997). БАХИ‑ны тамамлаған (1970). 1957 й. алып Мәләүез р‑нының В.И.Ленин ис. к‑зында эшләй (1959 й. башлап рәйес); 1985—98 йй. Мәләүез районы әҙерләүҙәр һәм а.х. продукцияһы сифаты б‑са дәүләт инспекцияһы начальнигы. З. етәкс. колхоз етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культураларының уңдырышлылығы — 20 ц/га, көнбағыштыҡы (орлоғо) — 14 ц/га; бер һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 2780 кг; дәүләткә иген һатыу — 3760 т, ит 260 т тәшкил итә (1970). Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1965, 1976), Халыҡтар дуҫлығы (1981) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Агафонов М. Аромат хлеба //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1973; Зайнагабдинов С.Н. //Герои труда. Уфа, 2011.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика