“АЙМАҠ”, Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтенең фәнни хеҙмәттәр йыйылмаһы. Өфөлә 3 айға 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 1925 й. окт. 1929 й. авг. тиклем “Башҡорт аймағы”, 1930 й. ғинуарынан 1931 й. авг. тиклем “А.” (2 һаны сыға) исеме м‑н нәшер ителә. Башҡортостандың тарихы, этнографияһы, археологияһы, топонимикаһы, минералогияһы, башҡорт тел ғилеме һәм фольклор б‑са дөйөмләштерелгән материалдар; библиографиялар һәм статистик белешмәләр һ.б. тупланған беренсе баҫма.

Тәрж. И.М.Аҡъюлов