ДӘҮЛӘТШИН Рафаэль Әхмәтгәрәй улы (24.12.1939, БАССР-ҙың Балаҡатай р-ны Түбәнге Үтәш а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2000). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2004). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1966) Балаҡатай р-нының Билән, 1968 й. алып Майғаҙы урта мәктәптәре дир., 1971—72 йй. “Яңы тормош” (“Новая жизнь”) гәз. (ҡара: “Новый Белокатай”) мөхәррире урынбаҫары. 1975—82 һәм 1991—2005 йй. ТТӘИ‑лә (2001 й. алып төп ғилми хеҙм‑р), 2005—11 йй. ӨДАТУ-ла эшләй. 1983—91 йй. В.И.Ленин Үҙәк музейының Өфө филиалында фән б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре 20 б. Башҡортостанда аграр мөнәсәбәттәр һәм крәҫтиәндәр тарихына арналған. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: “Великий перелом” и трагедия крестьянства Башкортостана. Уфа, 1993; История крестьянства Башкортостана. 1917—1940 годы. Уфа, 2001.

М.С.Ғарипов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018