Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/G/GUTOP_GRIGORY.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/G/GUTOP_GRIGORY.jpg'

ГУТОП Григорий Владимирович (1853, Өфө – ?), Өфө губернаһынан Дәүләт Думаһының 1‑се (1906), 3‑сө (1907–12) һәм 4‑се (1912–17) саҡырылыш депутаты. Халыҡ азатлығы партияһы ағзаһы. Ҡазан ун‑тының юридик ф‑тын тамамлаған (1874). 1879—84 йй. Өфө губ. мировой судьяһы, бер үк ваҡытта 1881 й. алып Өфө өйәҙ земство башҡармаһы, 1882 й. – Өфө ҡала думаһы, 1902—06 йй. Өфө губерна земство башҡармаһы гласныйы. Думала кадеттар фракцияһы ағзаһы. 3‑сө Думала — әле фекер алышыуға сығарылмаған закон проекттарын бүлеү, ебәреү, 4‑селә бойороҡ биреү, мөхәррирләү, ҡала эштәре б‑са, полицияны үҙгәртеп ойоштороу б‑са комиссия ағзаһы. 1917 й. апр. Ваҡытлы хөкүмәттең Өфө губ. б‑са комиссары вазифаһын башҡара. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Ғ.Д.Ирғәлин, Г.В.Мордвинцев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика