ГУСЛЯКОВ Георгий Иванович (14.1.1922, Алыҫ Көнсығыш Республикаһы Оло Куналей а. — 27.2.1998, Бүрәт Респ. Тарбағатай а.), Рәсәй Федерацияһы Геройы (1994). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. июлендә Ленинградтан Өфөгә эвакуациялана, 1942 й. ғин. армияға алына, июлдән Сталинград, Дон, 1‑се Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә Г. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1947) тыуған яғында эшләй (1959 й. алып колхоз рәйесе), 1962—82 йй. Тарбағатай көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комб‑ты директоры. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 1‑се (1985), һәм 2‑се (1944, 1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), 2‑се  (1945) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Е.А.Смирнов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика