ЕР ТӨҘӨЛӨШӨ, ерҙе файҙаланыуҙы өйрәнеү һәм тәртипкә һалыу саралары системаһы. Геодезия һәм картография эштәрен, тупраҡ, геоботаника һ.б. б‑са тикшеренеүҙәрҙе һәм эҙләнеүҙәрҙе, ерҙәрҙе иҫәпкә алыу һәм баһалауҙы, терр‑яларҙы тәбиғәт-ауыл хужалығы б‑са районлаштырыуҙы, ерҙәрҙе маҡсатҡа ярашлы ҡулланыу һәм һаҡлау б‑са тәҡдимдәр эшләүҙе, ер биләмәләре сигенә ыҙан билдәләре ҡуйыуҙы һәм нығытыуҙы һ.б. үҙ эсенә ала. Хужалыҡ-ара (территориаль), хужалыҡ эсе һәм участка берәмектәренә бүленә. Дәүләт власы, урындағы үҙидара, суд органдары ҡарары б‑са һәм килешеү нигеҙендә үткәрелә. РФ‑та Е.т. хоҡуҡи нигеҙе булып 2001 й. 25 окт. РФ Ер кодексы, 2001 й. 18 июнендәге “Ер төҙөлөшө тураһында”, 2007 й. 24 июлендәге “Күсемһеҙ милектең дәүләт кадастры тураһында”, 2004 й. 21 дек. “Ерҙәрҙе һәм ер участкаларын бер категориянан икенсеһенә күсереү тураһында” федераль закондары иҫәпләнә.

Башҡортостанда киң, планлы Е.т. эштәре тәүге тапҡыр Генераль ыҙанлау һәм Махсус ыҙанлау барышында үткәрелгән. Е.т. эштәренең күбеһе Крәҫтиән реформаһының төп положениеларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә атҡарыла. Башҡорттар һәм уларҙың керҙәштәре ерҙәрендә, Е.т. идара итеүҙең кантон системаһы бөтөрөлгәндән һуң указға (1869 й. 10 февр.) ярашлы үткәрелгән. Столыпин аграр реформаһы осоронда Е.т. община ер биләүселеген юҡҡа сығарыуға йүнәлтелгән була. Революциянан (1917) һуң Е.т. норматив нигеҙе булып 1917 й. 27 окт. Ер т‑дағы декрет, 1918 й. 19 февр. Ерҙе социализациялау т‑да Бөтә Рәсәй ҮБК декреты, “Социалистик ер төҙөлөшө һәм социалистик игенселеккә күсеү саралары тураһында положение” (1919), РСФСР‑ҙың 1922 й. һәм 1970 й. Ер кодекстары һ.б. хеҙмәт иткән. Совет власының тәүге йылдарында Е.т. аралашып килгән баҫыуҙар һәм һөрөнтө ерҙәрҙең алыҫлығы һаҡланып ҡалыу шарты м‑н улустар һәм ауылдар араһында ерҙе тигеҙ бүлеүгә ҡайтып ҡалған. 1919—22 йй. Өфө губ. яҡынса 580 мең га ер ҡайтанан бүленгән, ш. уҡ 850 мең га яҡын майҙанда ерҙең улустар б‑са иҫәбе алынған. РСФСР Ер кодексына (1922) ярашлы, ерҙе улустар һәм ауылдар араһында ҡайтанан бүлеү туҡтатыла һәм халыҡ иҫәбенә үткәрелгән ирекле һайланма Е.т. м‑н алмаштырыла. Респ. ер төҙөлөшө хеҙмәте Башҡ‑н игенселек ХК составына ингән һәм үҙәк ер төҙөлөшө идаралығын, кантон ер идаралыҡтары эргәһендәге ер төҙөлөшө бүлектәрен үҙ эсенә алған. Яңы иҡтисади сәйәсәткә күскәс, ер төҙөлөшө эштәре ярайһы уҡ арта. Крәҫтиәндәр үҙҙәре Е.т. үткәреү инициаторы була. 1923—28 йй. 2532 мең га майҙанда һайланма Е.т. үткәрелгән, ш. иҫ. ауыл-ара Е.т. — 992,4 мең га (39%), ауыл эсе Е.т. — 1159,5 (46%), крәҫтиәндәр ҡулланылышында булмаған ерҙәрҙе бүлеү — 380,3 (15%). Йылайыр кантонында һәм Тамъян-Ҡатай кантонында иген совхоздары ерҙәрен бүлеү эштәре үткәрелгән. 1926 й. ер органдары инициативаһы б‑са дәүләт иҫәбенә мәжбүри тоташлай Е.т. үткәрелә башлай. 1929 й. башына респ. был саралар 4,5 млн га ашыу майҙанда тормошҡа ашырылған, был барлыҡ ерҙәрҙең 46%‑ын тәшкил иткән. Е.т. эштәре мелиорация эштәре м‑н берлектә алып барылған. 1927 й. респ. 1020 га ер һуғарыла, 450 га ер киптерелә, 13 һыуһаҡлағыс төҙөкләндерелә һ.б. Дөйөм коллективлаштырыу башланғандан һуң Е.т. коллектив хужалыҡтарҙа ғына үткәрелә. Мәҫ., 1935—36 йй. 4012 колхозға ер м‑н мәңгелек файҙаланыу т‑да дәүләт акттары (яҡынса 7 млн га) бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡала халҡын аҙыҡ-түлек м‑н тәьмин итеү өсөн ҡулланылмаған ерҙәр сәнәғәт пр‑тиеларына ярҙамсы хужалыҡ һәм халыҡҡа коллектив йәшелсә баҡсалары итеп бирелә. 1945 й. 2944 ярҙамсы хужалыҡ өсөн — 113 мең га, коллектив йәшелсә баҡсалары өсөн 201980 эшсе һәм хеҙмәт итеүселәрҙең ғаиләләренә 15,1 мең га ер бүленә. 50‑се йй. башынан мөһим Е.т. эштәре колхоздарҙы эреләтеү иҫәбенә бара (2677 колхоз базаһында 1018 колхоз төҙөлә), 1954—60 йй. сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү программаһы сиктәрендә, ш. уҡ колхоздарҙың, совхоздарҙың һәм өй яны участкаларының сәсеү майҙандарын аныҡлау өсөн үткәрелгән. Респ. Е.т. эштәрен ойоштороу һәм тормошҡа ашырыу м‑н БАССР А.х. министрлығының Ер төҙөлөшө идаралығы шөғөлләнгән, уның нигеҙендә 1961 й. А.х. министрлығының ерҙе файҙаланыу һәм ер төҙөлөшө бүлеге ойошторола, “Росгипрозем” проект-тикшеренеү ин‑тының (ҡара: “ВолгоНИИгипрозем”) Башҡ‑н ер төҙөлөшө экспедицияһы булдырыла. 1990 й. башҡарылған тикшеренеү, өйрәнеү, күҙаллау һәм проект эштәре 1990 й. ер реформаларын (ҡара: Ер реформалары) үткәреүҙе тәьмин итә. Респ. ер ресурстарын ҡулланыуҙың ген. схемалары, тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреүҙең комплекслы программалары, эрозияға ҡаршы саралар схемалары һ.б. эшләнә, а.х. ерҙәрен ҡайтанан бүлеү үткәрелә, колхоз һәм совхоздар үҙгәртеп ҡорола, ерҙә хужалыҡ итеүҙең яңы формалары булдырыла. 1996 й. алып — ерҙәрҙе ыҙанлау, торама пункттар ерен инвентаризациялау, боҙолған һөрөнтө ерҙәрҙе асыҡлау һәм болонға әйләндереү эштәре, 2001 й. — транспорт ерҙәрен, сәнәғәттең нефть, газ һ.б. тармаҡтары ерҙәрен инвентаризациялау, 2000—05 йй. бөтә категория ерҙәренә, ш. иҫ. торама һәм а.х. ерҙәренә, кадастр баһалауы (ҡара: Ер кадастры) үткәрелә, 2005 й. муниципаль берәмектәрҙең сиге билдәләнә. 2002 й. 4 июлендәге “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе файҙаланыу тураһында” федераль законына һәм БР‑ҙың 2004 й. 5 ғин. “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” законына ярашлы, 2006 й. алып респ. Е.т. эштәре а.х. ерҙәрен хосусилаштырыу шарттарында бара.

Әҙәб.: Комов Н.В., Родин А.З., Алакоз В.В. Земельные отношения и землеустройство в России. М., 1995.

Н.Р.Йәнбухтин, И.Д.Стафийчук, И.С.Хохлов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика