ГУРЕЕВ Сергей Николаевич (7.10.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ. — 14.1.2013, Киев), артиллерист, лейтенант (1947). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Киев үҙйөрөшлө артиллерия уч‑щеһын (1945), офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын (1947) тамамлаған. 1934 й. алып Мәләүез МТС‑нда эшләй. 1939 й. башлап Совет Армияһында. 1942 й. февр. алып Брянск, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армияның 6‑сы понтон күпер бригадаһы 135‑се айырым моторлаштырылған понтон күпер батальонының понтон отделениеһы ком. өлкән сержант Г. 1943 й. 12 окт. Украина ССР‑ы Козинцы-Зарубинцы а. эргәһендәге һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1950) 80‑се йй. тиклем Киевта “Маяҡ” з‑дында эшләй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Богдан Хмельницкий (Украина) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: К а г а л ь н и ц к и й В. Понтонёры //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика