ГРОДЗИЦКИЙ Митрофан Иосифович (1.10.1861—?), Ырымбур губернаһынан 3‑сө (1907—12) һәм 4‑се (1912—17) саҡырылыш Дәүләт думалары депутаты. Дворяндарҙан. Демидов юридик лицейын (Ярославль ҡ.) тамамлаған. Мәскәү, Аккерман, Үрге Урал ҡҡ. судтарында хеҙмәт итә. 1908 й. алып 3‑сө Думала (Н.В.Теребинский урынына һайлана). 4‑се Думала прогрессистар фракцияһы ағзаһы. 1917—18 йй. Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар т‑да положение проекты әҙерләү өсөн айырым кәңәшмә, Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар т‑да эштәр б‑са бөтә Рәсәй комиссияһы ағзаһы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Д.А.Сафонов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика