• Печать

ГРАЧЁВ Иван Николаевич [1903, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Үрге Углич а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 20.10.1943, Украина ССР‑ы Ковпыта а.], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1928 й. алып Өфө р‑нының “Ҡарламан” с‑зында эшләй, 1938—41 йй. Йәрмәкәй р-нының 8‑се Март ис. с‑зы дир. урынбаҫары. 1925—27 йй. һәм 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. сент.  Брянск, Көньяҡ-Көнбайыш һәм Үҙәк фронттарҙа хеҙмәт итә. Герой исеменә 13-сө армия 74-се уҡсылар див. 78-се уҡсылар полкы отделение ком. сержант Г. 1943 й. 23 сент. Белоруссия ССР-ы Комарин а. тирәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943). Ковпыталағы урамға Г. исеме бирелгән, Йәрмәкәй р‑ны Йәрмәкәй а. уға һәйкәл ҡуйылған.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке