ГОРШКОВ Василий Николаевич [17.12.1920, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Байгилде а. (хәҙ. БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 31.8.1944, Украин ССР-ы Микуличин ст. янында, Заречье а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1943). Кесе лейтенант (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейтенанттар курстарын тамамлаған (1944). 1939 й. алып Дүртөйлө р-ны Сарлаҡ а. фельдшер. 1941 й. башлап Брянск, Воронеж һәм 1-се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 161-се уҡсылар див. 575-се уҡсылар полкы отделение ком. кесе сержант Г. 1943 й. 23 сент. Украин ССР-ы Тахтемиров а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң яҡ ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1943), 1-се (1944) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән. Дүртөйлө ҡ. урамға һәм кинотеатрға Г. исеме бирелгән; тыуған ауылында йорт-музей асылған; Дүртөйлө р‑нында йыл һайын Герой иҫтәлегенә волейбол б‑са турнир үткәрелә.

А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика