ГОРЧИЛИН Александр Михайлович [16.9.1925, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Чесноковка а. (БР‑ҙың Өфө р-ны) — 6.5.1970, Өфө], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. сент. алып Воронеж һәм 1-се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3-сө гвардия танк армияһы 9‑сы механизацияланған корпусы 69-сы механизацияланған бригадаһының отделение ком. урынбаҫары рядовой Г. 22 сент. Днепр й. аша сыҡҡанда һәм Украин ССР‑ының Григорьевка һәм Луковицы аа. өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Ленин (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика