ЕРҘЕ ФАЙҘАЛАНЫУ, йола йәки закон ҡуйған тәртиптә ер м‑н файҙаланыу. Е.ф. системалары ер биләү формалары, тәбиғәт үҙенсәлектәре һәм хужалыҡты алып барыу традициялары м-н билдәләнә. Башҡорттарҙа Е.ф. аҫабалыҡ хоҡуғы нигеҙендә формалаша (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы). Б.э. 1-се мең йыллығының 2-се ярт. башҡорттар көнбайышта Волга й. алып көнсығышҡа Тубыл й. тиклем, көньяҡта Илек һәм Урал йй. алып төньяҡҡа Кама һәм Сылва йй. тиклем ерҙәргә күсеп ултырған ваҡытта (ҡара: Башҡортостан) Е.ф. 20 б. башына тиклем һаҡланған төп һыҙаттары формалашҡан. Башҡорттарҙа, ергә шәхси милек булмағанда, һәр бер общинниктың община (аҫабалыҡ, улус, ауыл) ерен ҡулланыуға тигеҙ хоҡуғы булған. Күсмә хужалыҡ шарттарында (ҡара: Күсмә тормош) общиналы ер биләү сиктәрендә шәхси Е.ф. формалашҡан, ул мал һанына бәйле була һәм ырыу-ҡәбиләләрҙең юғары ҡатламдары (бейҙәр, кенәздәр, мырҙалар, тархандар, хандар) тарафынан көйләнә. Аҫаба ырыу‑ҡәбилә сиктәрендә айырым ырыу һәм ғаиләләр өсөн миҙгелле күсеп йөрөүҙәрҙең (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) урындары һәм маршруттары, сабынлыҡ һәм солоҡсолоҡ ерҙәре билдәләнгән, урман, балыҡсылыҡ һ.б. ерҙәр дөйөм файҙаланыуҙа булған. Киң арауыҡтарҙа таралып ултырыу общиналарҙың хужалыҡты ойоштороу б‑са коллектив эшмәкәрлеге м-н бергә барған: халыҡ урман һәм урман-дала райондарында — башлыса игенселек һәм малсылыҡ, көньяҡ дала райондарында күсмә малсылыҡ м-н шөғөлләнгән. 13—16 бб. 1-се ярт. башҡорттарҙың Е.ф. Алтын Урҙа, Нуғай Урҙаһы, Ҡазан ханлығы һәм Себер ханлыҡтарының ер мөнәсәбәттәре системаһына ингән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң керҙәшлек ин‑ты формалаша; тау заводтары, ҡала, ҡәлғә, монастырҙар төҙөү өсөн ерҙәрҙе тартып алыу башлана; алпауыт, крәҫтиәндәр, хеҙмәтле кешеләрҙең һәм халыҡтың башҡа категорияларының община-бүлем һәм шәхси (Крәҫтиән реформаһы һәм Столыпин аграр реформаһынан һуң) Е.ф. үҫеш ала. Генераль ыҙанлау һәм Махсус ыҙанлау барышында башҡорттар, дворяндар, тау заводсылары һәм крәҫтиәндәрҙең төрлө категорияларының ер биләү һәм Е.ф. төҙөлөшө, ерҙәрҙең һәм айырым ерҙәрҙең, ш. иҫ. йорт‑ҡаралты, һөрөнтө ер, сабынлыҡ, урмандар һаны т‑да иң тулы мәғлүмәттәр теркәлгән. 1917 й. 27 окт. Ер т‑дағы декреттың төп ҡанундарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә, Е.ф. нигеҙҙәре юҡҡа сығарыла һәм ер дәүләт милке итеп билдәләнә (ҡара: Ер милке).

Респ. Е.ф. төп формаһы булып крәҫтиән ерҙәренең яҡынса 80%-ын үҙ эсенә алған ерҙе общиналы ҡулланыу торған. Крәҫтиәндәрҙең яңғыҙаҡ хужалығында — 14%, коллектив хужалыҡта 5% ер булған. 1918—20 йй. “ҡара үҙгәртеү” һөҙөмтәһендә, күпселек ер биләмәләренең сиктәре һәм ерҙе ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтары боҙола. Е.ф. хас үҙенсәлек — төҙөлгән урын араларында һәм төҙөлгән урындар эсендә аралашҡан баҫыуҙар, баҫыуҙарҙың биләмәләрҙән алыҫ булыуы һ.б. Крәҫтиән хужалыҡтарын кооперацияларға берләштереү үҫешкән: 1922 й. 1 окт. 400-ҙән ашыу коллектив хужалыҡ төҙөлә, улар араһында ауыл хужалығы коммуналары һәм артелдәр өҫтөнлөк итә. Артабан Е.ф. ҡатмарлы формаларының тарҡалыуы һәм ябайыраҡ формаларының үҫеше күҙәтелә. 1923—27 йй. коммуна һәм артелдәр һаны 213-тән 108-гә тиклем кәмей, ерҙе бергәләп эшкәртеү ширҡәттәренең һаны 1-ҙән 319‑ға тиклем арта, крәҫтиән кооперативтарының һаны 1712 була (1923 й. – 509). Совет осоронда Е.ф. системаһы ерҙе бушлай мөҙҙәтһеҙ (мәҫ., колхоздарға) йәки ваҡытлыса ҡулланыуға биреүҙе талап иткән. Дәүләт пр-тиеларының, ойошмалары һәм учреждениеларының, колхоздар, колхоз-ара һ.б. кооператив пр-тиелар һәм ойошмаларҙың, йәмәғәт ойошмаларының (профсоюздар, спорт йәмғиәттәре һ.б.); шәхси торлаҡ төҙөлөшө, йәшелсәселек һәм баҡсасылыҡ, шәхси ярҙамсы хужалыҡ өсөн бирелгән ер айырым граждандарҙың Е.ф. раҫлана. А.х. өсөн тәғәйенләнгән ерҙәрҙә төп ерҙе файҙаланыусылар колхоз һәм совхоздар була. 90‑сы йй. Ер реформаһы һөҙөмтәһендә, ергә шәхси милек хоҡуғына нигеҙләнгән Е.ф. системаһы төҙөлә. РСФСР-ҙың Ер кодексына (1991 й.) ярашлы, ер участкаһын физик шәхестәр — милек, мираҫҡа ҡалдырылыусы ғүмерлек биләмә итеп, ҡуртымға, даими йәки ваҡытлыса файҙаланыуға, юридик шәхестәр ерҙе биләүгә, ҡулланыуға, коллектив (өлөшлө һәм берҙәм) милеккә ала алғандар.

Башҡортостанда граждандар шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу, баҡсасылыҡ, шәхси торлаҡ һәм дача төҙөлөшө өсөн ер участкаларына милек хоҡуғын БР Президентының 1995 й. 7 дек. указына (көсөн юғалтҡан) ярашлы алғандар. РФ‑тың 2001 й. 25 окт. Ер кодексына ярашлы, даими ҡулланыу хоҡуғы дәүләт һәм муниц. учреждениелар, федераль ҡаҙна пр‑тиелары, үҙ вәкәләттәрен башҡарыуҙы туҡтатҡан РФ Президентының тарихи мираҫ үҙәге, ш. уҡ дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары өсөн ҡаралған. Граждандарға ер участкалары даими ҡулланыуға бирелмәй, уларҙың алдан алынған ер участкалары м‑н файҙаланыу хоҡуғы һаҡланып ҡала. Даими ҡулланыу хоҡуғында ер участкаларын биләгән граждандар һәм юридик шәхестәрҙең улар м-н идара итергә хоҡуғы юҡ, ләкин үҙе даими ҡулланған ер участкаһын бер тапҡыр бушлай үҙ милке итеп алырға хоҡуғы бар. Түләүһеҙ тиҙ арала файҙаланыуға ер участкалары дәүләт йәки муниц. милектә торған ерҙәрҙән дәүләт власы йәки урындағы үҙидаралыҡ башҡарма органдары тарафынан; граждандар йәки юридик шәхестәр милкендә булған ерҙәрҙән килешеү нигеҙендә; транспорт, урман хужалығы, урман сәнәғәте, һунарсылыҡ хужалыҡтары, дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары һәм милли парк ерҙәренән ошо ойошмаларҙың хеҙм‑рҙәренә эшләү осорона бирелә торған ер участкалары ошо ойошмаларҙың идаралыҡ ағзалары ҡарары б‑са бирелә. БР-ҙың 14294,7 мең га ер фондының (2010) дәүләт һәм муниц. милектә булған өлөшө 11985 мең га (83,8%) тәшкил итә. РФ милек хоҡуғы 5684,1 мең га ергә теркәлгән (39,8%); ошо майҙандың 286,3 мең га — юридик шәхестәргә даими (мөҙҙәтһеҙ) ҡулланыуға, 73 мең га граждандар һәм юридик шәхестәргә ҡуртымға бирелгән. БР милек хоҡуғы юридик шәхестәргә ҡуртымға бирелгән 67,1 мең га майҙанда теркәлгән. Граждандар милкендә — 2305,1 мең га (0,2%), юридик шәхестәрҙә — 4,6 мең га.

БР ер фондының ҡалған майҙаны (6086,4 мең га) бүлеү хәлендә тора. Шуларҙың 608,7 мең га (10%) граждандар һәм юридик шәхестәргә мираҫ итеп ҡалдырылыусы милеккә, даими мөҙҙәтһеҙ файҙаланыуға йәки ҡуртымға бирелгән. Пр‑тие, ойошма, учреждениелар һәм граждандар тарафынан а.х. продукцияһын етештереү өсөн 8136 мең га бөтә категориялы ерҙәр ҡулланылған; уларҙан ауыл хужалығы ерҙәре — 7104,6 мең га (87%), ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр 3665,8 мең га (45%), биләй. Респ. а.х. продукцияһын етештереү м-н 2160 пр‑тие, ойошма һәм учреждениелар шөғөлләнә, 5707,8 мең га ер, ш. иҫ. 4944,6 мең га а.х. ерҙәрен, шуның 2977,1 мең га һөрөнтө ер ҡуллана. А.х. етештереүе м-н шөғөлләнгән граждандар (фермерҙар, шәхси ярҙамсы хужалыҡ эйәләре, баҡсасылар һ.б.) өлөшөнә 2428,2 мең га ер, башлыса а.х. ерҙәре (2116 мең га, йәки 87,1%), ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр 688,7 мең га, тура килә. Респ. 775 крәҫтиән (фермер) хужалығы ҡулланыуында — 514,2 мең га ер; 334 шәхси эшҡыуар — 12, мең га; 582,5 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ — 162,5 мең га; шәхси торлаҡ йорттары булған 192,1 мең ғаилә — 24,5 мең га; эш биләмәләре булған 10,5 мең граждан — 16,7 мең га; шәхси һәм коллектив баҡсасылыҡ м-н шөғөлләнгән 504,9 мең граждан — 34,7 мең га; шәхси һәм коллектив йәшелсә баҡсасылығы м-н шөғөлләнгән 42,5 мең ғаилә — 6,4 мең га; бесән сабыу һәм мал көтөү м-н шөғөлләнгән 14,8 мең ғаилә 1581,7 мең га ҡуллана. 1993—2005 йй. респ. мәжбүри күскен статусына эйә булған 3730 ғаиләгә 1524 га ер, ш. иҫ. 32 крәҫтиән (фермер) хужалығына – 788 га; шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә 1712 ғаиләгә — 229,6 га; шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу өсөн 1986 ғаиләгә 506,4 га ер бүленгән. Был осорҙа запасҡа сыҡҡан 375 хәрби кшенең ғаиләһенә 558,2 га ер, ш. иҫ. 16 крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырыуға – 505 га; шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн 188 ғаиләгә – 22 га, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға 171 ғаиләгә 31,2 га ер бирелгән.

Әҙәб.:Ер сәйәсәте” мәҡ. ҡарағыҙ.

А.И.Аҡманов, И.Д.Стафийчук, И.С.Хохлов, Н.Р.Йәнбухтин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика