ГОРДЕЕВ Александр Семёнович [10.12.1903, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Әнйәк а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 16.10.1975, Дүшәмбе], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Сталинград, Көньяҡ, Үҙәк, Белоруссия, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армия 7‑се гвардия кавалерия корпусы 7‑се гвардия танкыға ҡаршы истребитель дивизионының танкыға ҡаршы ҡорал тоҫҡаусы ярҙамсыһы гвардия рядовойы Г. 1943 й. 27 сент. Белорус ССР‑ы Нивки а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм һул ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. 24 июнендә Мәскәүҙә Еңеү Парадында ҡатнаша. Демобилизациянан һуң (1945) — Сталинабад ст. т. юл вокзалы нач. урынбаҫары, 1948—61 йй. Ашхабад т. юлының т. юл поезы нач. булып эшләй. СССР ЮС‑ның 2‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Н.И.Черепанова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика