ГОРБУНОВ Игорь Алексеевич (12.7.1941, Ырымбур ҡ.), совет партия-дәүләт эшмәкәре. ӨНИ‑не тамамлаған (1965). 1959—61 йй. — Өфө синтетик спирт з‑дында, 1966 й. алып Өфө химия з‑дында (1971 й. башлап лаб. нач., 1973 й. — КПСС ком‑ты секретары урынбаҫары) эшләй. 1978 й. башлап КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында (1987 й. алып бүлек мөдире), 1989 й. — КПСС‑тың Орджоникидзе район ком‑тында, 1990 й. февр. — КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты ваҡытлы бюроһы рәйесе, 1990 й. майы — 1991 й. нояб. РСФСР Коммунистар партияһы Башҡ‑н республика ойошмаһының 1‑се секретары. 1991 й. алып — Өфө ҡ. “Восток” халыҡ-ара коммерция акционерҙар банкыһында, 1996 й. — “Башкирнефтепродукт” ААЙ‑нда, 2002—11 йй. “Газпромбанк” ААЙ филиалында адм. эштә.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика