ГОЛУБКОВ Николай Николаевич (25.4.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Дмитриевка а. — 9.8.1945, Фуюань ҡ. янында, Ҡытай, Хабаровск ҡ. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1945). 1945 й. совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1940 й. алып Амур хәрби флотилияһында хеҙмәт итә. Герой исеменә “ПВО — 1232” йөҙөүсе зенит батареяһының комендор-зенитсылар отделениеһы ком. 1‑се статья старшинаһы Г. 1945 й. 9 авг. Фуюань һәм Эликашань бейеклеге өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Хабаровскиҙа Г. һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика