ҒӘЛИМЙӘНОВ Сәлимйән Ғәлимйән улы (25.9.1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Төлсөкбаш а., хәҙ. БР‑ҙың Асҡын р‑ны Төлгөҙбаш а., — 12.7.2005, шунда уҡ), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930—37 йй. — Асҡын р‑нының “Дуҫлыҡ” к‑зында, 1940—41 йй. “Төлгөҙ” сәнәғәт артелендә эшләй. 1937—40 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. сент. башлап Сталинград, Көньяҡ-Көнсығыш, Дон, Воронеж, Ялан һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 7‑се гвардия армияһы 78‑се гвардия уҡсылар див. 225‑се гвардия уҡсылар полкы уҡсыһы гвардия рядовойы Ғ. 1943 й. 25 сент. Украина ССР‑ы Домоткань а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Асҡын р‑нының “Төлгөҙ” сәнәғәт артеле рәйесе, 1949—69 йй. “Сулпан” һәм “Дуҫлыҡ” к‑здарында эшләй. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика