ҒӘЙФУЛЛИН Абдрахман Зәйнулла улы [6.9.1908, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Яубүләк а. (БР‑ҙың Салауат р-ны) — 17.4.1945, Хоэнвутцен ҡсб янында, Германия], Советтар Союзы Геройы (1945). Гвардия лейтенанты. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. юғары коммунистик а.х. мәктәбен (Өфө, 1935), РККА‑ның командирҙар составын камиллаштырыу курстарын (1940) тамамлаған. 30‑сы йй. 2‑се ярт. Малаяҙ һәм Миәкә р-ндарында партия эшендә. 1930—32 йй., 1940 й. һәм 1941 й. июленән Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. башлап Көньяҡ- Көнбайыш, Брянск, Көнбайыш, Үҙәк, Белоруссия, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армия 12‑се гвардия уҡсылар див. 37‑се гвардия уҡсылар полкының пулемёт ротаһы ком. гвардия лейт. Ғ. 1945 й. 17 апр. Нойглитцен, Хоэнвутцен торама пункттары янында Одер й. аша сыҡҡанда һәм һул ярҙағы плацдармды киңәйтеүҙә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Салауат ҡ., Салауат р‑ны Арҡауыл һәм Малаяҙ аа. урамдарға Ғ. исеме бирелгән.

 

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика