ИГЕНСЕЛЕК, 1) а.х. культураларын үҫтереү һәм юғары тотороҡло уңыш алыу өсөн тупраҡҡа тәьҫир итеү ысулдары системаһы. Тотороҡло (төрлө а.х. культураларын уңайлы тупраҡ-климат шарттарында үҫтереү), ҡоро йәки тотороҡһоҙ (дым етешмәгән һәм һауа торошо тотороҡһоҙ булған райондарҙа) И., һуғарыулы игенселек, боғара (һуғарыулы игенселек райондарында һыу һибелмәгән ерҙәрҙә башлыса иген культураларын үҫтереү), тау игенселеге һ.б. бүленә. Халыҡты — аҙыҡ‑түлек, малсылыҡты — мал аҙығы, эшкәртеү сәнәғәтен сеймал м‑н тәьмин итә. Көньяҡ Уралда И. бронза быуатынан алып билдәле. Абаш мәҙәниәте, Алакүл мәҙәниәте, Межа мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте һ.б. халҡы тәпке И. м‑н таныш була. Баланбаш, Төбәк һәм Еленовка археологик микрорайоны, Бикҡол торамалары, Йомаҡ торамаларында табылған бронза ураҡ, таш иген ҡырғыстар, тәпкеләр, төйгөстәр быны иҫбатлап тора. Сәсеүлектәр итеп уңдырышлы һыубаҫар туғайҙар ҡулланылған, бойҙай, тары, арпа үҫтерелгән. Иртә тимер быуатта Ананьин мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте, Бахмут мәҙәниәте, Имәнкиҫкә мәҙәниәте, Мазунин мәҙәниәте халыҡтарында — һөрөнтө И., Ҡараяҡуп мәҙәниәте, Кушнаренко мәҙәниәте халыҡтарында тәпке И. үҫеш ала. Тәбиғи тупраҡтың уңдырышлылығын файҙаланыуға нигеҙләнгән ағастарҙы төпләп яндырыу һәм ҡаты баҫыу системалары И. примитив формалары төньяҡ һәм төньяҡ‑көнсығыш Башҡортостандың урман һәм урман‑дала райондарында билдәле була. Ер эшкәртеүҙең төп ҡоралдары — тимер тәпке һәм һабандар, ашлыҡтыҡы — таш иген ҡырғыс һәм тирмән таштары [Баръяҙы ҡаласығында, Биктимер ҡаласығында (ҡара: Биктимер археологик комплексы), Ҡаҙаҡлар ҡаласыҡтарында, Ҡараяҡуп ҡаласығында, Йомаҡ ҡаласығында табылған]. Бойҙай, киндер, арыш, һоло, тары, арпа үҫтерелгән. Имәндәш ҡаласығында, Яңы Турбаҫлы тораҡтарында һ.б. иген һаҡлау өсөн хужалыҡ соҡорҙары табылған. Хазиналарҙа (Миловка хазинаһы, Оло Әбеш хазинаһы, Түбәнге Хәжәт хазинаһы, Үрге Спас хазинаһы һ.б.) ш. уҡ бронза төрәндәр, тәпкеләр, һабан ҡырҡҡыстары, ураҡтар, салғылар табылған. Башҡорттарҙа И. — традицион хужалыҡ системаһындағы (ҡара: Хужалыҡ-мәҙәни типтар) шөғөлдәрҙең береһе. Ҡалдау, ҡаты баҫыу һәм ағастарҙы төпләп яндырыу иң иртә игенселек системалары булған. Башҡортостандың дала райондарында башлыса ҡаты баҫыу И. (йыш ҡына ҙур булмаған ер участкаларына бер нисә йыл дауамында сәсеү, артабан ҡалдырып тороу һәм 10—15 йылдан һуң яңынан ҡулланыу мөмкин булған классик форма; күсмә И.), урман яҡтарында ағастарҙы төпләп яндырыу (урманды ҡырҡыу йәки яндырыу ысулы м‑н таҙартылған участка урмандарын һөрөнтө ер итеп ҡулланыу) таралған булған. И. ағастарҙы төпләп яндырыу варианты (баҫыуҙарҙы ер ашлау һәм сүп үләндәренән ҡотолоу өсөн яндырыу) П.С.Паллас тарафынан Академик экспедициялар барышында һүрәтләнгән. 19 б. бөтә ерҙә лә өс баҫыулы сәсеү әйләнештәре таралыу ала, сәсеү өсөн һөрөнтө ерҙе өс өлөшкә бүлгәндәр: ужымға, яҙғы культураларға һәм парға (ҡара: Пар баҫыуы); киләһе йылына баҫыуҙарҙы аралаштырғандар. И. һәм ултыраҡ тормошҡа күсеү төньяҡ, төньяҡ‑көнбайыш һәм көнбайыш башҡорттарҙа көсөргәнешле барған; 19 б. уртаһына тиклем көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш башҡорттарҙың (ш. иҫ. Урал аръяғы башҡорттары, Ырымбур башҡорттары) хужалығында ярым күсмә малсылыҡ өҫтөнлөк итә, И. ярҙамсы тармаҡ була, тау‑урман башҡорттарында И. һунар һәм солоҡсолоҡ м‑н йәнәш үҫешә. 19 б. башҡорттарҙы И. м‑н шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу өсөн орлоҡто процентһыҙ ссуда м‑н биреүсе иген магазиндары булдырыла, көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш башҡ. кантондарында орлоҡ (1843 й. 60 меңдән ашыу кеше орлоҡ алған) таратыу ойошторола һ.б. 19 б. аҙ. — 20 б. башында сәсеү майҙандарының артыуы, община эсендә ер биләүселәр араһында сәсеүлектәрҙең тигеҙ бүленмәүе (бигерәк тә көньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ райондарҙа); йәйге йәйләү системаһының (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) игенселек эштәре календарына яраҡлаштырылыуы күҙәтелә; ҡайһы бер башҡорттар игенде һатыу өсөн үҫтерә. Ерҙе эшкәртеү һәм уңышты урып-йыйыу өсөн башҡорттар ғәҙәттә ҡул (тәпке, көрәк, тырма, салғы, ураҡ һ.б.), ш. уҡ атҡа егә торған (һабан, һуҡа, тырма һ.б.) ер эшкәртеү ҡоралдарын ҡулланған. Иген культураларынан — арыш, арпа, һоло, бойҙай, тары, борай, ҡарабойҙай; техник культураларҙан — етен, киндер; картуф киң таралыу ала. Арыш — Бәләбәй өйәҙе, Бөрө өйәҙе, Минзәлә өйәҙе һәм Өфө өйәҙенең; һоло — Верхнеурал өйәҙе, Троицк өйәҙе һәм Силәбе өйәҙенең; бойҙай Ырымбур өйәҙе һәм Орск өйәҙенең төп культураһы була; был культуралар Стәрлетамаҡ өйәҙе һәм Златоуст өйәҙендә сәсеү майҙандары буйынса тигеҙ өлөш биләгән (1912—13 йй. һәр хужалыҡтың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са). И. үҫешенә һәм Граждандар һуғышынан һуң И. хужалыҡтарын тергеҙеүгә ерҙе файҙаланыуҙың тәртипкә һалыныуы булышлыҡ иткән. Яңы иҡтисади сәйәсәт осоронда ер төҙөлөшө эштәренең күләме арта һәм хужалыҡтарҙың бер яҡлы игенгә махсуслашыуы бөтөрөлә. 1928 й. ҡарата сәсеүлек майҙандары уртаса 1922 й. алып 1139 мең га, йәки 76%‑ҡа артҡан. Ләкин иген культураларының сәсеүлек майҙандары тулы күләмдә тергеҙелеп етмәгән һәм 1913 й. алып уртаса 77% тәшкил иткән. Техник культуралар һәм картуф сәсеүлектәре киңәйтелгән; киндер, етен, көнбағыштың һ.б. 1925 й. сәсеүлек майҙандары 1913 й. кимәленән 60%‑ҡа артҡан. Иген культураларын сәсеү майҙандарының артыуы (1928 й. — 2290,7 мең га; 1940 й. — 3512 мең га) игендең тулайым йыйымы артыуға килтергән. Шул уҡ ваҡытта иген культураларының уңдырышлылығы 1913 й. кимәлендә ҡала һәм 30‑сы йй. яҡынса 7 ц/га тәшкил итә. 30—40‑сы йй. игенселектең үлән сәсеү системаһы һәм баҫыу һаҡлаусы ағас үрсетеү үҫеш алған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында а.х. культураларының сәсеүлек майҙаны кәмегән: респ. 1940 й. — 3,5 млн га, 1945 й. 1,7 млн га сәселгән. 50‑се йй. И. интенсив системалары (иген‑үлән, аралыҡлы, яҡшыртылған иген) индерелә. Сәсеүлек майҙандарының артабанғы үҫеше (ҡара: табл.) сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштерә башлауға бәйле була. Таҙа парҙарҙы эшкәрткәндә тупраҡты кәҫен әйләндермәй эшкәртеү игенселектең тупраҡ һаҡлау системаһының элементы булараҡ киң ҡулланылыш ала. Агротехниканы камиллаштырыу, ауыл хужалығын механизациялау, тәбиғәт фәндәренең үҫеше И. экстенсив үҫеш формаларынан интенсивҡа күсеүенә килтерә. Минераль ашламалар, химик мелиорация саралары, ҡоротҡостар, ауырыуҙар һәм ҡый үләндәренә ҡаршы көрәшеүҙең химик ысулдары киң ҡулланыла башлай. И. үҫешенең иң мөһим йүнәлештәренең береһе — эрозия процестарының эҙемтәләрен еңеп сығыу һәм уларҙы булдырмау. Урал аръяғы дала зонаһында һәм Урал алды дала зонаһында ярайһы уҡ ҙур майҙандарҙа тупраҡты минималь эшкәртеү, кәҫен әйләндермәй, яҫы төрән м‑н һәм чизель эшкәртеүе индерелгән. Респ. халҡын төп аҙыҡ продукттары м‑н тотороҡло тәьмин итеү, айырым ауыл хужалығы зоналарының биоклиматик потенциалын тулыраҡ файҙаланыу маҡсатында, а.х. культураларының адаптив урынлашыуын иҫәпкә алып, сәсеүлек майҙандарының, баҫыу, мал аҙығы һәм махсус сәсеү әйләнештәре төрҙәренең оптималь структураһы булған И. зона системалары булдырыла. Етештереүҙең тупраҡ‑климат, ландшафт һ.б. үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыусы экологик система булып адаптивландшафт И. системаһы тора. Респ. И. һөрөнтө ерҙәрҙең кәмеүе шарттарында үҫешә (1990 й. 65,6%‑тан алып 2005 й. 50,2%‑ҡа тиклем). 90‑сы йй. башлап респ. ташлы, эрозияға бирелгән, артыҡ дымланған ерҙәрҙе (1996—2004 йй. 1235,7 мең га асыҡланған) болон һәм көтөүлектәргә күсереү б‑са саралар үткәрелә (ҡара: Тупраҡтың боҙолоуы). 2006 й. болонға һәм мал аҙығы биләмәләренә 1153,3 мең га һөрөнтө ер күсерелгән.

2) Агрономия бүлеге, юғары һәм тотороҡло уңыш алыу маҡсатында а.х. культураларын эшкәртеүҙең һәм тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреүҙең дөйөм ысулдарын өйрәнә. И. агрономияның агрохимия, үҫемлекселек, селекция, орлоҡсолоҡ, фитопатология, энтомология һ.б. бүлектәре, ш. уҡ тупраҡ ғилеме һәм метеорология м‑н тығыҙ бәйләнгән. Үҫемлектәрҙең үҫеүе һәм үҫешеүе өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу маҡсатында, тупраҡтың дымлылыҡ, туҡланыу, һауа һәм йылылыҡ режимдарын көйләй, И. фәнни яҡтан нигеҙләнгән системаларын, уңыштың кәмеүенә килтергән (ҡоролоҡ, ҡый үләндәре, ҡыуан ел, тупраҡ эрозияһы һ.б.) кире факторҙарҙың тәьҫир көсөн кәметеү ысулдарын эшләй. Башҡортостанда И. өлкәһендә ғилми‑тикшеренеү эштәре 19 б. аҙ. Өфө губ. земствоһының Бөрө, Пестров тәж. баҫыуҙарында башлана, 20 б. 1‑се сирегендә Шишмә а.х. тәж. станцияһында (ҡара: Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге) системалы төҫ ала. Баҫыу тәжрибәләре нигеҙендә таҙа һәм сидерат сәселгән парҙарҙың өҫтөнлөктәре билдәләнә, тупраҡты яҙғы һәм ужым культуралары өсөн төп һәм сәсеү алды эшкәртеү (А.Л.Голодец, Д.С.Смирнов) ысулдары эшләнә. 30—40‑сы йй. Шишмә а.х. тәжрибә ст. һәм Башҡ‑н баҫыусылыҡ ғилми-тикшеренеү ст. (Бөрө, Бүздәк, Стәрлетамаҡ, Өфө тәж. баҫыуҙары) респ. И. тупраҡты тергеҙеүсе һәм уңдырышлылығын күтәреүсе үлән сәсеү системаларын индереү һәм үҫтереү мөмкинлектәре өйрәнелгән (Д.В.Богомолов, М.М.Меринов, Й.А.Усманов). 50—60‑сы йй. БАХИ‑ла (Н.Р.Бәхтизин, Г.С.Смородин, С.Н.Тайсинов, М.М.Хәмиҙуллин, Р.Н.Йәнбухтина) һәм БНИИСХ‑ла (А.Ш.Латипов) а.х. культураларының үҙенсәлектәрен яҡшыртыу һәм уңдырышлылығын күтәреү өсөн ҡара тупраҡтың һәм һоро урман тупрағының һөрөнтө ҡатламын тәрәнәйтеүҙең файҙаһы нигеҙләнгән. Был осорҙа БНИИСХ‑ның тәж. хужалыҡтарында (Я.И.Ванюков, Ш.Ә.Ғайсин, Г.Н.Лысак) һәм Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығында (Бәхтизин, Ә.М.Рәхимов, М.Ғ.Сираев, Б.Т.Щербаков, М.Б.Әмиров) сәсеү әйләнештәренең төрлө тупраҡ‑климат шарттарында агротехник һәм иҡт. баһаһы И. зона системаларын эшләүҙең нигеҙе була. 60—90‑сы йй. БНИИСХ һәм БДАУ‑ҙың тәж. хужалыҡтарында йыл һайын кәҫте әйләндереп һөрөүгә ҡарағанда тупраҡтың эрозияға ҡаршы тора алыуын, дымды күберәк йыйыуын, серетмә юғалтыу һәм сәсеүлектәр сүпләнеүе кәмеүен, матди-техник сығымдарҙың 30—35%‑ҡа кәмеүен тәьмин иткән төрлө тәрәнлектәге һөрөүҙе яҫы төрән ҡулланып һәм кәҫте әйләндермәй эшкәртеү м‑н сиратлауҙың һөҙөмтәлелеге асыҡланған (М.С.Әүәлбаев, Р.Ә.Ҡәйепҡолов, Т.И.Кейекбаев, Лысак, Ю.П.Моряков, Р.Я.Рамаҙанов, Л.И.Сәлишев, Сираев, Хәмиҙуллин, Х.Ҡ.Хәсәнов). 70—90‑сы йй. И. фәнни нигеҙләнгән зональ системалары эшләнгән, улар етештереү процестарын механизациялау нигеҙендә иген, мал аҙығы, техник һ.б. культураларҙың уңышты программалау, үҫемлектәрҙе ауырыуҙарҙан, ҡоротҡостарҙан һәм ҡый үләндәренән айырымланған һаҡлауҙы тәьмин иткән тупраҡ һаҡлаусы һәм ресурс һаҡлаусы технологиялар ҡулланыуҙы күҙ уңында тотҡан. Миловка уҡытыу‑тәж. хужалығында (Әмиров, З.З.Әйүпов, Щербаков) биологик игенселек б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән, ресурс һаҡлаусы технологияларға нигеҙләнгән сәсеү әйләнештәре үҙләштерелгән.

Әҙәб.: Голодец А.Л. Отчёт Чишминской сельскохозяйственной опытной станции за 10 лет. Уфа, 1925; Почвозащитная система земледелия /Н.Р.Бахтизин [и др.]. Уфа, 1987; Лысак Г.Н., Каипов Я.З. Почвозащитные системы земледелия (сельскохозяйственное эрозиоведение). Ульяновск; Уфа, 1989; Проблемы и перспективы развития агропромышленного производства Республики Башкортостан. Уфа, 2000; Магафуров К.Б., Ямилов Н.Х., Иванов С.Е. Научные основы развития сельского хозяйства Республики Башкортостан. Уфа, 2003.

Н.Р.Бәхтизин, И.С.Миңләхмәтов, Б.Т.Щербаков, Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

Башҡортостанда ауыл хужалығы культураларының сәсеү майҙандары, мең га

(хужалыҡтарҙың бөтә категорияларында)

Күрһәткестәр

1940

1960

1980

1990

2000

2010

2011

Бөтә сәсеүлек майҙаны

3512

4255

4587

4399

3713

3147

3098

Иген культуралары

2998

2828

3092

2594

1985

1761

1590

Техник культуралар

118

134

152

156

198

243

331

Картуф һәм йәшелсә культуралары

144

193

165

123

118

110

107

Мал аҙығы культуралары

248

1099

1176

1526

1412

1033

1070

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.